

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградаһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған.
Миҙал МХО үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа ярҙам өсөн, гуманитар йөктәрҙе йыйыуҙа һәм алып барыуҙа ә ярҙам иткән өсөн; МХО маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн; МХО биләмәһендәге бурыстарҙы үтәгән өсөн тапшырыла.
Үҙенең статусы буйынса миҙал Башҡортостандың дәүләт наградалары системаһында генерал Шайморатов миҙалы (юғарыраҡ награда) һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (түбәнерәк награда) араһындағы урынды биләй, тиелә указда.
ГӨЛФИӘ АКУЛОВА