ИҠТИСАД
11 Апреля , 17:28

Бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...

  

Бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...Бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...
Бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...

Яҙ етеү менән урамдарҙа аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән тоҙланған йәшелсәләрҙе законһыҙ һатыу осраҡтары арта бара.

«Бындай урындарҙа тауар ҡағиҙәләрҙе һәм санитар нормаларҙы боҙоп һатыла, ә һатыусыларҙың сифатты раҫлаған документтары юҡ», — тип белдерҙеләр Өфө мэрияһында. 

Ҡулдан нимәлер һатып алғанда, кеше үҙенең һәм яҡындарының һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Был продукттар төрлө йоғошло ауырыуҙарға сәбәпсе булырға мөмкин.

Ҡаланың ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында һатып алыуҙан тыйылырға һәм улар тураһында +7 (3472) 77-09-11 номеры буйынса хәбәр итергә саҡыра. 

Фото:матбуғат хеҙмәте | Өфө мэрияһы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас