Был юлы «Тәңкә аҙналығы» 12 көн бара. Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, унда 16 меңдән ашыу сауҙа нөктәһе һәм банктарҙың 4 мең бүлексәһе ҡатнаша. Ваҡ аҡсаларҙы ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға йәки үҙеңдең иҫәбенә һалырға мөмкин.
Көҙ көнө үткәрелгән акцияла Башҡортостан халҡы банктарға 756 меңдән ашыу тәңкә тапшырған, уларҙың дөйөм суммаһы – 3,5 миллион һумдан ашыу, ауырлығы 3,6 тонна булған.