Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Март , 16:26

Сәсеүгә әҙерҙәр!

Радий Хәбиров аграрийҙарға яҙғы сәсеү ваҡытында уңыштар теләне.

Сәсеүгә әҙерҙәр!
Сәсеүгә әҙерҙәр!

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә сәсеү эштәренә әҙерлек тикшерелде.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 2026 йылда ужым культураларының сәсеү майҙаны 285,6 мең гектар тәшкил иткән, был уҙған йылға ҡарағанда 22 процентҡа күберәк. Ужым культураларының 99 проценттан ашыуы – яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә.

Быйыл яҙғы сәсеүҙе 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштыралар. Дөйөм иген баҫыуы 1,4 миллион гектарҙан ашасаҡ.

– Техник культуралар менән майҙандарҙы 699 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ, тәү сиратта майлы культуралар сәсеүлектәре майҙандарын 12,8 мең гектарға арттырыу иҫәбенә, – тип билдәләне ул. – Шәкәр заводтары ҡеүәтен иҫәпкә алып, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙаны 40 мең гектар тәшкил итәсәк, ә асыҡ грунттағы картуф һәм йәшелсә майҙаны былтырғы кимәлдә – 48 мең гектар самаһы.

Республика хужалыҡтары иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ватан орлоҡтары өлөшө 82 проценттан ашып китә.

Эш планына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәрендә тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә – 11 мең, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙә 5 меңдән ашыу трактор агрегаты ҡатнашасаҡ. Хужалыҡтар минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һатып алыуҙы дауам итә.

Радий Хәбиров аграрийҙарға яҙғы сәсеү ваҡытында уңыштар теләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас