ИҠТИСАД
24 Марта , 09:58

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Башҡортостанда яғыулыҡҡа йәнә хаҡ артҡан. 24 марттан «Башнефть» заправкаларында бензиндың популяр төрҙәре 30 тингә ҡиммәтерәк.

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгәнБашҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән
Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Хәҙер АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 61,45 һумға һатыла. АИ-92 ATUM — 62,8 һум, АИ-95 — 65,45 һум, АИ-95 ATUM 66,7 һум тора. АИ-100 һәм дизель яғыулығының хаҡы шул уҡ ҡалған – 87,95 һәм 74,6 һум.

Әйткәндәй, «Башнефть» йыл башынан алып етенсе тапҡыр хаҡтарҙы арттыра. Март айында ғына яғыулыҡ ике тапҡыр ҡиммәтләнгән: 1 мартта һәм 17 мартта хаҡтар 30-50 тингә күтәрелгән.

«Лукойл» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла, russiabase.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса, хаҡтар үҙгәргән. АИ-92 маркалы бензин 63,93 һум (+36 тин), АИ-95 — 69,74 һум (+1,4 һум), дизель 77,72 һум (+1,04 һум) тора. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-24/v-bashkirii-snova-podorozhalo-toplivo-na-zapravkah-4624634

Автор: Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас