Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Март , 10:11

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде

Инвестицион комитеттың сираттағы ултырышы уҙҙы

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде
Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Инвестчас" форматында төбәктең Инвестицион комитетының сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Унда сәнәғәт һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә яңы башланғыстар буйынса һөйләшеү булды.

Мәҫәлән, Бөрө һөт аҙыҡтары комбинаты директоры Алексей Кузнецов предприятиены үҙгәртеп ҡороуҙары тураһында һөйләне. Әйткәндәй, бында эштәр 2022 йылда уҡ башланғайны. Инвестпроект сиктәрендә ҡаҙанлыҡты алмаштырғандар, аппарат цехына реконструкция яһалған, шулай уҡ заманса фреон һыуытҡыс һәм һөт аҙыҡтарының асептик ҡойоу линияһы эшләй башлаған.

Шулай уҡ "Роснефть" компанияһы директоры Иван Кургузов Октябрьский ҡалаһында юл яны сервисы комплексы менән бергә автоматик автозаправкалау станцияһын төҙөргә уйлай, ул проекты менән таныштырҙы. Быға хәтлем проект муниципаль кимәлдә хуплау тапҡан.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.  

Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас