Сәфәр барышында Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бер нисә эре предприятиелары менән яҡындан танышты. Денис Мантуров, атап әйткәндә, дрондар, электр двигателдәре һәм улар өсөн генераторҙар етештереү менән шөғөлләнгән производстволарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие «Пилотһыҙ авиацион системалар» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, был проект сиктәрендә дрондар төҙөүҙең төп йүнәлештәре үҫешә.
Граждандар тәғәйенләнешендәге дрондар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла ала – биләмәләрҙе мониторинглауҙа, янғын һүндереүҙә, эҙләү-ҡотҡарыу операцияларын үткәреүҙә, нефть-газ инфраструктураһын контролдә тотоуҙа, шулай уҡ ауыл һәм урман хужалығында.
Артабан Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров ОДК-УМПО производстволарында ла булды (Ростехтың Берләшкән двигатель төҙөү корпорацияһына инә) – был төбәктең индустриаль флагманы. Рәсми делегация бында авиация сәнәғәте өсөн уникаль изделиеләр әҙерләү технологиялары менән танышты. Предприятие «Транспорт мобиллеген сәнәғәт менән тәьмин итеү» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Бында, атап әйткәндә, МС-21 лайнеры өсөн өр-яңы ПД-14 двигателдәренең өстән бер өлөшөн, сериялы һәм перспективалы вертолет двигателдәрен, шулай уҡ газ транспорт тармағы өсөн индустриаль двигателдәрҙе етештерәләр.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров ПД-14, ПД-8 һәм АЛ-41СТ-25 двигателдәре өсөн әҙерләү буйынса титан ҡойоу технологик компетенцияһы үҙәгендә булды.
Визит программаһындағы тағы бер объект – УМПО базаһында төҙөлгән производство-уҡыу үҙәге. 14,5 мең квадрат метр майҙанда производстволар, уҡыу кластары һәм программалау лабораториялары эшләй. Денис Мантуров һәм Радий Хабиров үҙәктең производстволар комплексын ҡараны һәм бында кәрәкле һөнәрҙәр буйынса белем алған йәш белгестәр менән аралашты.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары һәм Башҡортостан Башлығы Өфө трансформатор заводының (ӨТЗ) эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие «ЭРСО» холдингына инә – ул Рәсәйҙең электр техникаларына етештереүсе алдынғы компанияһы. Предприятие директоры Дмитрий Пырков заводты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүҙәрен һөйләне. Сәнәғәт гигантының тәүге бағаналарын 2006 йылдың башында урынлаштырғандар. 2010 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ӨТЗ-ның тәүге производстволарын асыуҙа ҡатнашҡан. Предприятие 500 кВ тиклем көсөргәнеш класындағы трансформаторҙарҙы һәм 250 МВА тиклем көсөргәнештә етештереү менән шөғөлләнә.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров трансформаторҙарҙы етештереү һәм һынауҙың төп технологик участкаларын ҡараны, шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, эш шарттары тураһында ҡыҙыҡһынды. Белгестәр һуңғы бер нисә йыл эсендә Өфө трансформатор заводының әүҙем үҫешеүе тураһында һөйләне.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары продукцияһының күргәҙмәһе менән танышты.
Артабан осрашыу эшлекле фекер алышыу менән дауам итте. Яҡтар республиканың иҡтисади, инновацион, сәнәғәт үҫеше, шулай уҡ төбәктәге эре инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса һөйләште.
Беренсе вице-премьер Башҡортостанға эш сәфәренең һөҙөмтәләрен барлап, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Бөгөн беҙ республиканың сәнәғәт предприятиеларының эш һөҙөмтәләре менән таныштыҡ. Башҡортостан сәнәғәтте буйынса Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булып тора һәм юғары потенциалға эйә. Беҙҙә «Производство һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты бар. Шуға күрә беҙ республикала яҡшы таныш инструменттар аша ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Денис Мантуров.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы, федераль сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһалап, тармаҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында хәбәр итте.
– Рәсәй Хөкүмәтенең, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының системалы ярҙамы менән беҙҙең предприятиелар ҡатмарлы шарттарҙа ла тотороҡло эшләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хабиров. – Республикалағы производство объекттары модернизациялана, яңы етештереүҙәр барлыҡҡа килә, компаниялар инновациялы технологиялар индерә һәм көнәркәшлеккә һәләтле продукция сығара. Республика етәксеһе Башҡортостандың технологик лидерлыҡты тәьмин итеү буйынса милли проекттарҙа ҡатнашыу тураһында ла һөйләне.
Айырыуса нефть химияһы кластерын үҫтереүҙе иҫәпкә алып, республикала «Яңы материалдар һәм химия» милли проекттарына айырым иғтибар бирелә. Шулай уҡ сәнәғәт инфраструктураһы – «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, индустриаль парктар һәм төрлө үҙенсәлекле кластерҙар әүҙем үҫешә. Лидерҙар рәтендә Республикабыҙ сәнәғәте бөгөн көслө потенциалға эйә, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ауыр геосәйәси хәлдәргә һәм санкциялар шарттарында ла төбәк Рәсәйҙең алдынғы индустриаль үҙәктәренең береһе булыуын дауам итә. Нефть сығарыу, уны эшкәртеү, химия, нефть химияһы кеүек һәм башҡа тармаҡтарҙың тотороҡло эшләүе менән бер рәттән, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан иҡтисадтың юғары технологиялар тармаҡтарын үҫтереү өсөн юғары потенциалға эйә. Беҙҙә пилотһыҙ осоу аппараттары, радиоэлектрон көрәш системалары, моторҙар һәм электрон двигателдәр етештерелә. Өфө фән һәм технологиялар университетында "Киләсәк моторҙары" алдынғы инженер мәктәбе булдырылды, уның производство майҙансыҡтарында электрон двигателдәр һәм генераторҙары етештеререү үҙләштерелгән. Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында сәнәғәт продукцияһын етештереү буйынса лидерҙар рәтендә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан кальцийлаштырылған сода, силикагелдәр, яҡтыртҡыстар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары сығарыу, быяла етештереү буйынса лидер булып тора. Ә инде бензол, ксилол, стирол, синтетик каучук, кирбес, известь, гидравлик һәм пневматик двигателдәр етештереү, автомобиль өсөн бензин сығарыу буйынса беҙ икенсе урындабыҙ. Республикала сәнәғәттең төрлө өлкәләре йылдам үҫешә. Республикала айырым иҡтисади зоналар, индустриаль парктар уңышлы эшләй, юғары технологик етештереүе үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе программалар тормошҡа ашырыла. Быйылға сәнәғәте үҫтереүгә йәмғеһе 2,19 млрд. һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,75 млрд. һум йүнәлтеләсәк. Бөгөн Башҡортостан РФ субъекттары араһында сәнәғәт, индустриаль һәм технологик парктар буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Беҙҙә 14 индустриаль, 20 технологик парк бар. Уларҙа 32,6 мең эш урыны булдырылған, 170-тән ашыу резидент үҙ эшмәкәрлеген алып бара, уларҙың дөйөм инвестиция күләме 50 млрд. һумдан ашыу тәшкил итә. Башҡортостан "Пилотһыҙ авиацион системалар" милли проектын тормошҡа ашырыла башланы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл ошо милли проект сиктәрендә "БАС" фәнни-производство үҙәген заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше башланасаҡ. Был эшкә 1,306 млрд. һум күләмендә федераль субсидия бүленәсәк. Ул «Зубово» технопаркы биләмәһендә урынлашасаҡ. Республикала юғары технологиялы производствоны үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Республикала электрон сәнәғәт өлкәһендәге сәнәғәт технопарктар инфраструктураһы объекттарын булдырыу буйынса «РВ-1 радиоэлектроника технопаркы» проекты тормошҡа ашырыла. Был күләмле проектты финанслау күләме 1,8 млрд һум тәшкил итә, быйыл иһә федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 900 миллион һум бүленәсәк.
Земфира Сабирова, иҡтисади фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү буйынса академияның иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире:
- Республика сәнәғәте, еңел булмаған шарттарҙа үҫешеүен дауам итә. Был турала Башҡортостандың технологик һәм индустриаль парктар, кластерҙар һаны буйынса алдынғы позицияларҙа булыуы һөйләй. Уларҙың эшмәкәрлеге сәнәғәт предприятиеларының үҫешеүе, яңы цехтар, етештереү линиялары индерелеүенең күрһәткесе булып тора. Сәнәғәт процестары менән идара итеүҙең юғары кимәле тураһында Башҡортостандың РФ субъекттары араһындағы кластер үҫеше кимәле буйынса милли рейтингыла тәүге урында булыуы ла асыҡ һөйләй. Тимәк, инвесторҙарға республикала эшләүе уңайлы - улар субсидиялар, льготалы кредиттар һәм башҡа өҫтөнлөктәр менән ҡуллана ала. РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестры иҫәбендә бөгөн 104 кластер, уларҙың 25-е - Башҡортостанда. Илдәге дөйөм иҡтисади әүҙемлектең бер аҙ түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, республика сәнәғәт комплексында ошондай факторҙарҙы билдәләмәй булмай: кадрҙар дефицитының кәмеүе, бюджеттың һәм бурыс көсөргәнешенең балансы, санкцияларға яраҡлашыуҙың юғары кимәле. Шуға ла ауыр иҡтисади шарттарҙа ла Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе күләме һуңғы биш йылда 23 процентҡа артҡан. Башҡортостан РФ төбәктәре араһында сәнәғәт етештереүе күрһәткестәре буйынса тәүге биш субъект араһында ( Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе менән бер рәттән).
Автор: Эльнара Шаймарҙанова