Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Март , 15:30

Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Бөгөн  район мәҙәниәт йортонда яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек буйынса агрономик семинар үтте. Уның эшендә район хакимиәте һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашты, шулай уҡ кәңәшмәгә республиканың агросәнәғәт комплексында эшләгән предприятиелар, төрлө хеҙмәттәр һәм ведомстволар вәкилдәре саҡырылды.

Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә
Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Семинарҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев асып, уның тәртибе менән таныштырҙы.  Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Александр Буренин сәсеү эштәрен уҙғарыу буйынса пландар һәм сәсеүлек майҙандарының күҙалланған структураһы менән таныштырҙы.

«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары Зиннур Ғиниәтуллин орлоҡ әҙерләү һәм һатыу буйынса ҡануниәттәге үҙгәрештәр хаҡында һөйләне. Район хужалыҡтарында орлоҡтарҙың сифатын анализлау, 2026 йылға фитосанитар фараз һәм башҡа ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса  «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы Рәйсә Ишкилдина сығыш яһаны. Техникаларҙың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Фаил Бикбов мәғлүмәт бирҙе. Ветеринария буйынса Башҡортостан дәүләт комитетының Урал Аръяғы территориаль бүлегенең баш белгесе Наил Ғәлимйәнов эпидемиологик именлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, айырыуса ҡотороу һәм бруцеллёз кеүек ауырыуҙарының таралыу хәүефе юғары булыуын билдәләне.

Техник тикшереү йомғаҡтары хаҡында БР дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының Хәйбулла районындағы баш белгесе Фәнүр Сынбулатов, ә Баймаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлегенең дәүләт инспекторы Илнур Абдулов сәсеү эштәрен башҡарғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. «Россельхозбанк» өҫтәмә офисы идарасыһы Гөлнара Бикбова кредит продуктары тураһында һөйләне. 

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас