Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Март , 16:59

Ҙур аҙымдар менән алға баралар

“ТАВРОС” компаниялар төркөмө Башҡортостан иҡтисадына 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. 

Ҙур аҙымдар менән алға баралар
Ҙур аҙымдар менән алға баралар

“ТАВРОС” компаниялар төркөмө 12 йыл эшләү дәүерендә республика иҡтисадына 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “ТАВРОС” дәүләт компанияһының  “Ит” дивизионы генераль директоры Ринат Зәйнуллин хәбәр итте.

Билдәләп үтергә кәрәк, республикала “ТАВРОС” компаниялар төркөмөнә ингән бер нисә агропредприятие эшләй. Улар иҫәбендә – Шишмә шәкәр заводы, Башҡортостан ит компанияһы, “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы. Бынан тыш, холдинг шәкәр сөгөлдөрө, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары етештереүсе ҙур предприятие булып тора.

2026 йылда төркөмгә ингән предприятиеларҙа республика булышлығында күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводында реконструкция тамамлана, ул сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә алты мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы ла проект ҡеүәтенә сыға. Йыл һайын уның майҙансығында 750 миллиондан ашыу йомортҡа етештереләсәк.

Бынан тыш, “ТАВРОС” бер нисә яңы проект башлай. Һүҙ Шишмә районында агроҡаласыҡ һәм Бишбүләк районында һимертеү майҙансығы төҙөү хаҡында бара.

Экспорт йүнәлеше лә йылдам үҫешә. Компаниялар төркөмө продукцияһын 10-дан ашыу илгә, шул иҫәптән Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Әзербайжан, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға оҙата.

Ринат Зәйнуллин Башҡортостандың идара итеү командаһына инвестиция проекттарына ярҙам һәм төбәк биләмәһендә урынлашҡан ауыл хужалығы предприятиеларын үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы агрохолдингтың юғары үҫеш темптарын билдәләне.

– Эшегеҙҙең алға барыуы ҡыуаныслы. Һеҙ даими рәүештә “Инвестиция сәғәттәре”ндә ҡатнашаһығыҙ, бик күп башланғыстарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Яңы проекттар араһында эшкәртеү производстволарын үҫтереү пландары ла булыуы мөһим. Был йүнәлеш бик юғары потенциалға эйә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас