ыйыл форум 33-сө тапҡыр уҙғарыла һәм илдең 14 төбәгенән һәм Үзбәкстандан 100-гә яҡын алдынғы компанияны йыйҙы. Сараның эшлекле программаһына бизнес-осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфө предприятиеларына һәм ойошмаларына технологик турҙар, вакансиялар йәрминкәһе инә. Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә, был форум төҙөлөш өлкәһе эксперттарына тәжрибә уртаҡлашырға, төҙөлөш индустрияһын һәм ҡала төҙөлөшө сәйәсәтен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерергә мөмкинлек бирә, тип билдәләне.
– Беҙ биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, инновацион технологиялар һәм материалдар ҡулланыу миҫалдарын ҡараясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Өфө дәүләт нефть техник университеты төҙөлөш тармағы өсөн яңы технологиялар, «Галстукһыҙ осрашыу» асыҡ диалогы һәм «Төҙөлөш материалдары етештереүҙә химик технология» йәштәр ғилми секцияһын ойоштороусыларҙың береһе булды. Уҡыу йорто шулай уҡ заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса йәштәр проекттарын яҡлау өсөн яуаплы буласаҡ.
ӨДНТУ ректоры Олег Баулин һүҙҙәренсә, юғары уҡыу йорто-резидентының тармаҡ күргәҙмәһендә ҡатнашыуы яҡшы йолаға әүерелгән дә инде.
Университет экспозицияһында студенттарҙың төрлө эшләнмәләре, шул иҫәптән йәштәр лабораторияһы эшенең һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, бында Воскресенск ауылы (Мәләүез районы) ғибәҙәтханаһының 3д-принтерҙа баҫылған макеты ҡуйылған.
Шулай уҡ студенттар-архитекторҙар 3д-баҫманы әүҙем үҙләштерә һәм макеттар баҫтырыу өсөн материалдар менән эксперименттар үткәрә. Шундай эксперименттарҙың береһенең һөҙөмтәһе — Салауат Юлаев һәйкәленең хуш еҫле майҙар менән эшкәртелгән ағас менән пластиктан эшләнгән мини-фигураһы.
Әйткәндәй, ӨДНТУ-ның Архитектура-төҙөлөш институтына инеү өсөн конкурс һәр ваҡыт юғары, айырыуса «Архитектура» йүнәлешенә. Был һәм институттың башҡа йүнәлештәре өсөн буласаҡ студенттарҙы бөгөн юғары уҡыу йорто ҡанаты аҫтындағы «КУБУС» балалар ижади архитектура-техник мәктәбендә үҫтерәләр. Йәш архитекторҙар ҙа «УралТөҙөлөшИндустрия» күргәҙмәһендә ҡатнашты һәм «Ҡыҙыл ҡурай тураһында легенда» тигән үҙенсәлекле инсталляция тәҡдим итте.
БЕЛЕШМӘ
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкмәтеүе буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа киләсәк. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы контролдә тота. Әле «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфөнөң вуз-ара кампусы – 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!