Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө ЭКСПО” күргәҙмә комплексында “УралСтройИндустрия” форумын һәм “ПроНедвижимость” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.
Әйткәндәй, сара 33-сө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл унда илебеҙҙең 14 төбәгенән һәм Үзбәкстандан 100-гә яҡын ҙур компания йыйылды. Ҡатнашыусыларға эшлекле программа, бизнес-осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфөләге предприятиеларға һәм ойошмаларға технологик сәйәхәт, вакансиялар йәрминкәһе әҙерләнде.
Башҡортостан Башлығы сәләмләү телмәрендә билдәләүенсә, төҙөлөш өлкәһендәге эксперттар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн йыл һайын Өфөгә йыйыла.
– Төҙөлөш индустрияһын үҫтереүҙең, ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу мөмкинлеге бар. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүҙең, инновациялы технологияларҙы һәм материалдарҙы файҙаланыуҙың уңышлы миҫалдарын ҡарарбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Барығыҙға ла һөҙөмтәле эш, ышаныслы партнерҙар табыуығыҙҙы, ә компанияларығыҙға һәр саҡ алға барыуҙы теләйем.
Рәсәй төҙөүселәр союзының беренсе вице-президенты, Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының төҙөлөш комплексы комиссияһы рәйесе Владимир Дедюхин форумды юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт әйтте.
Форумда төбәк етәксеһе Учалылағы “Технониколь” корпорацияһының “СтройМинерал” заводында керамика гранулалары етештереү линияһын техник асыу сараһында ҡатнашты, шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеп сыҡҡан профилле колледждар студенттарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Артабан Башҡортостан Башлығы почетлы ҡунаҡтар менән төп төҙөлөш компанияларының һәм төҙөлөш материалдары етештереүселәрҙең күргәҙмә экспозицияларын ҡарап сыҡты.
– Төҙөлөш – иҡтисадтың мөһим тармағы. Был өлкә вәкилдәренең байтағын күптән беләм, улар менән тығыҙ эшләйбеҙ, тармаҡ мәсьәләләрен күҙ уңында тоторға тырышам. Был өлкәләге хеҙмәт бик ауыр һәм конкурентлы. Беҙ улар менән һөйләшеүҙәр алып барыу менән бер рәттән ярҙам да күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, инженерлыҡ коммуникациялары менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте менән тығыҙ эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Форумда беҙ фекер алыштыҡ, тармаҡ артабан да уңышлы үҫһен өсөн иң яҡшы практикалар менән уртаҡлаштыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина