Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Февраль , 21:32

Яңы тауар сығара башланылар

Өфөнөң “СТЕКЛОНиТ” заводы композиттар етештереүҙе яңыртыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырҙы.

Яңы тауар сығара башланылар
Яңы тауар сығара башланылар

Былтыр Өфөнөң “СТЕКЛОНиТ” акционерҙар йәмғиәтендә (“Росатом” Дәүләт корпорацияһының Композит дивизионы составына инә) етештереүҙе модернизациялауға һәм сығарылған изделиелар ассортиментын киңәйтеүгә йүнәлтелгән алты инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә предприятиеның генераль директоры Армен Айрапетов хәбәр итте.

“СТЕКЛОНиТ” майҙансығында сығарылған яңы продукттар иҫәбендә – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында тупраҡты арматуралау өсөн тәғәйенләнгән ауыр туҡыма геотекстиль. Бынан тыш, быяла тултырылған полиамид, махсус проекттар өсөн еп етештереү, юл төҙөлөшөндә ҡулланылған башҡа геосинтетик материалдар сығарыу буйынса линия эшләй башлай.

– Беҙҙең продукция нефть-газ һәм тау сәнәғәте, суднолар төҙөү һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында ҡулланыла, – тип хәбәр итте Армен Айрапетов. – 2026 йылдың ғинуарында предприятиела күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үтте, уның йомғаҡтары буйынса төбәк компаниялары менән тығыҙ эш башланыҡ.

Генераль директор яҡын киләсәктә майҙансыҡты яңыртыуҙы дауам итеү планлаштырыла тип билдәләне. Һүҙ тәү сиратта заводтың социаль-көнкүреш биналарын ремонтлау тураһында бара, уның коллективы 500-ҙән ашыу кеше тәшкил итә.

Башҡортостан Башлығы “СТЕКЛОНиТ” етәкселегенә һәм “Росатом” Дәүләт корпорацияһының идара итеү командаһына рәхмәтен белдерҙе.

– Бындай ҙур акционер килгәндән һуң предприятие эшендә ыңғай үҙгәрештәр күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бында хеҙмәт коллективы хаҡында хәстәрлек күреүҙәре мөһим. Ә завод етештергән сифатлы продукция күп кенә республика компаниялары өсөн актуаль.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас