Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Февраль , 15:23

Башҡортостан компаниялары Стамбулдағы бизнес сараһында ҡатнашасаҡ

Был мөһим сара тура эш бәйләнештәре урынлаштырыу, яңы баҙарға сығыу һәм контракттар төҙөү маҡсатын күҙ уңында тота.

Башҡортостан компаниялары Стамбулдағы бизнес сараһында ҡатнашасаҡ
Башҡортостан компаниялары Стамбулдағы бизнес сараһында ҡатнашасаҡ

Башҡортостан экспортына ярҙам итеү үҙәге Төркиәлә күп тармаҡлы бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн предприятиеларҙы туплау тураһында иғлан итте. Сара 25 марттан 27 мартҡа тиклем Стамбул ҡалаһында дауам итәсәк. Ул тура эш бәйләнештәре урынлаштырыу, яңы баҙарға сығыу һәм контракттар төҙөү маҡсатын күҙ уңында тота. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”милли проектына ярашлы атҡарыла.

 Ҡатнашыусылар өсөн Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге өс көнлөк программа ойоштора, уға төрөк партнерҙары тарафынан компания профиле буйынса һайланған маҡсатлы В2В осрашыуҙар, предприятиеларҙа, сауҙа майҙандарында, тармаҡ кластерҙарында булыу, урында тулы логистика  һәм тәржемә яғынан ярҙам алыу ҡаралған.

– Төркиәгә өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ баҫым яһау иҡтисади яҡтан тулыһынса аҡланған. Республика 15,6 процент өлөш менән тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урында тора. Бындай  бизнес-миссиялар һәм күргәҙмәләр  – һөҙөмтәгә алып барыусы эш. Сарала ҡатнашыу беҙҙең экспортерҙарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ышаныслы һатып алыусылар, дистрибьюторҙар һәм агенттар менән һөйләшеүҙәр алып барырға, конкуренциялы мөхитте баһаларға  булышасаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты илдең сеймалға ҡарамаған экспортын арттырыуға һәм производство кооперацияһын сит ил партнерҙары менән берлектә үҫтереүгә йүнәлтелгән.  2030 йылға сеймалға, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙың экспорт күләмен 2023 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда кәм тигәндә өстән ике өлөшкө арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәк.  

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

 

Автор: Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас