Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Ғинуар , 11:06

Илдә иң ҙурҙар иҫәбенә инә

Сит илдәргә яңы маршруттар асыла.

Илдә иң ҙурҙар иҫәбенә инә
Илдә иң ҙурҙар иҫәбенә инә

2025 йыл йомғаҡтары буйынса “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 4 929 715 пассажир ташыған, был уҙған йылға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә аэропорттың генераль директоры Александр Андреев хәбәр итте.

Былтыр бөтәһе 19,4 меңдән ашыу самолет осошо башҡарылған, ә предприятиеның саф табышы 2 миллиард һумдан саҡ ҡына кәмерәк тәшкил иткән, 21 процент үҫеш күҙәтелгән.

2025 йылда “Өфө” халыҡ-ара аэропорты “Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары” милли премияһында “Йылына 2-нән 6 миллионға тиклем пассажир ағымы булған иң яҡшы аэропорт” номинацияһында еңеүсе булды.

Шулай уҡ “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев быйылғы йәйгә осоштар географияһын киңәйтеү буйынса пландар хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, йәйге миҙгелгә Аҡтауға (Ҡаҙағстан) яңы туристик рейс әҙерләнә.

Етәксе һүҙҙәренсә, алдағы йәйге миҙгелдә эске һәм тышҡы йүнәлештәр буйынса көн һайын 60-тан ашыу рейс планлаштырыла. Шулай уҡ Ҡытайға, Шри-Ланкаға һәм Вьетнамға популяр туристик маршруттар буйынса осоштарҙы дауам итергә ҡарар ителә.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас