Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ғинуар , 22:18

Бөтә проекттар ҙа ярҙам алды

“Инвестиция сәғәте”ндә туризм тармағына, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәләренә ҡағылышлы яңы проекттар хупланды. 

Бөтә проекттар ҙа ярҙам алды
Бөтә проекттар ҙа ярҙам алды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда туризм тармағына, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәләренә ҡағылышлы яңы проекттар хупланды.

Тәүҙә ҡатнашыусылар Нефтекама миҫалында эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүҙә яуаплы булған муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙарының (бизнес-шәрифтәр) эшен ҡараны.

Муниципалитеттың бизнес-шәрифе Лилиә Петрова эшлекле берләшмә менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Ул республикала ойошторолған проекттарҙы оҙатыу системаһының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Билдәләп үтергә кәрәк, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 24 миллиард һумдан ашыу булған һәм 2 мең эш урыны булдырылған 50 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2025 йылда Нефтекамала 52 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән, уларҙа дөйөм 4,6 миллиард һум аҡса һалыу күләме менән 125 башланғыс ҡаралған. “Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһе лә яҡшы динамика күрһәтә. Уның резиденттары булып 29 предприятие һәм ойошма тора, улар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 2,2 миллиард һум йүнәлткән.

Артабан “СтройЗаказ” компанияһы директоры Евгений Пчелин Стәрлетамаҡта “Шахтау” сауҙа рәттәрен төҙөү проектын тәҡдим итте. Проект 1,5 мең квадрат метр майҙанлы заманса комплекс төҙөүгә йүнәлтелгән, ул ҡала һәм яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн тауарҙарҙың киң ассортиментын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 185 миллион һум. Яңы майҙансыҡта эшләү өсөн сауҙа селтәрҙәре һәм маркетплейстар, шулай уҡ дөйөм туҡланыу йорттары ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус ала. Инвесторға ер участкаһын ҡуртымға алыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк.

“Статус Өфө” компанияһының коммерция директоры Рәмил Әхмәтов Ауырғазы районының Талбазы ауылында “Ихлас” күп функциялы комплексын төҙөү пландары тураһында һөйләне.

50 миллион һумлыҡ проект халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн заманса инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, 1 мең квадрат метр самаһы майҙанлы комплекс биләмәһендә кафе, икмәкхана, сауҙа рәттәре, дарыухана һәм балалар майҙансығы урынлаштырыу күҙаллана. Объектты сафҡа индереү 15 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Республиканың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Ауырғазы районы хакимиәте лә ер участкаһын ҡуртымға алыуға булышлыҡ итәсәк.

Тағы ла бер халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәген Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында “ГУД ХЭНДС” компанияһы төҙөргә ниәтләй. Уның генераль директоры Сергей Потешкин объект бөҙрәхана, ремонт оҫтаханаһы, химик таҙартыу һәм ательены үҙ эсенә аласағын һөйләне. Инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Үҙәкте асыу туғыҙ эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Дәүләт ярҙамы саралары сифатында инвесторға ер участкаһын ҡуртымға алыуҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәктәр.

Бөрйән районында йыл әйләнәһенә ял итеү базаһын булдырыу проектын “Сенсия” компанияһы директоры Дмитрий Кудрявцев тәҡдим итте.

Инвестор Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында тейешле ер участкаһы һайлаған. Уның территорияһында ҡунаҡтар өсөн 13 өй, туристик ҡорамалдар прокаты пункты, мангал зоналар менән беседкалар, шулай уҡ балалар өсөн уйын майҙансығы һәм кемперҙар (автоөйҙәр) өсөн туҡталҡа төҙөү планлаштырыла.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 48,7 миллион һум. Инициативаны тормошҡа ашырыу алты эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Проектҡа ярҙам саралары сифатында өҫтөнлөклө статус бирелә. Бөрйән районы хакимиәте лә ер участкаһын ҡуртымға алыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

        Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас