28 – 30 ғинуарҙа Өфөлә “Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө” III Рәсәй муниципаль форумы була. Унда биләмәләрҙе үҫтереүҙең иң яҡшы өлгөләре, туризм өлкәһендәге, тарихи мираҫты һаҡлау проекттары күрһәтеләсәк. Араларында Стәрлетамаҡтан “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсылыҡ фестивале лә бар.
Ул ҡаланың тарихи үҙәгендә – Октябрь революцияһына тиклем сауҙагәр йәрминкәләре уҙған урында – 2021 йылдан алып ойошторола. Фестивалдә уҙған быуаттарҙағы мөхит булдырыла һәм уға заманса элементтар өҫтәлеп, көнүҙәк мәғәнә бирелә. Стәрлетамаҡтар ошо рәүешле тарихты бөгөнгө үҫеш өсөн уңышлы файҙалана.
Сара барышында Салауат Юлаев исемендәге сквер сауҙагәрҙәр, ҡул оҫталары, артистар, һатып алыусылар йыйылған, аҙыҡ-түлек майҙансыҡтары булған өйәҙ майҙансығына әйләнә. Уны биҙәү менән тәжрибәле декораторҙар шөғөлләнә. Был эштә XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башындағы стиль ҡулланыла. Рестораторҙар ризыҡты рус мейесендә әҙерләй.
“Сауҙагәр 2.0” атамаһында проекттың идеяһы сағылыш тапҡан: үткән һәм яңы дәүерҙе егәрле, яуаплы йүнселдәр бәйләй, улар ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә. Ата-бабаның яҡшы башланғыстары бөгөн дә дауам итә. Фестиваль байрам ғына түгел, ә кәсепселекте, туризмды үҫтереү, урындағы тормоштоң тотороҡлолоғон һаҡлау ҙа.
Фестивалгә төрлө илдән, төбәктәрҙән килгән һөнәрмәндәр йәрминкә ойоштора, оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтә. Шулай уҡ төрлө кәсеп өлгөләрен берләштергән биләмәләр булдырыла, милли кейемдә парад үткәрелә. Программала Башҡортостан буйлап экскурсияға сығыу ҙа ҡаралған.
Проект ҡала халҡының ғына түгел, туристарҙың да мәнфәғәттәрен күҙ уңында тота. Уның юғары кимәле наградаларында ла күренә: “Сауҙагәр 2.0” – Russian Event Awards халыҡ-ара премияһы лауреаты һәм Рәсәй ваҡиғаларының милли календарында ҡатнашыусы. Проект 2023 йылда илдең әһәмиәтле туристик сараларының иң яҡшылары исемлегенә ингән.
Ошо һәм башҡа тәжрибә өлгөләре туплаған “Сауҙәгәр 2.0” фестивале “Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө” III Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша. Ул – мәҙәни мираҫтың бөгөнгө ҡалаларҙы заманса үҫтерә алыуына сағыу дәлил.
Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите сайтынан.