Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ғинуар , 21:41

Республикала балалы ғаиләләр әсәлек капиталы аҡсаһынан арттырылған түләүҙәр ала

2026 йылдың ғинуарынан айлыҡ түләүҙең суммаһы 16 350 һум тәшкил итте.

Республикала балалы ғаиләләр әсәлек капиталы аҡсаһынан арттырылған түләүҙәр ала
Республикала балалы ғаиләләр әсәлек капиталы аҡсаһынан арттырылған түләүҙәр ала

Башҡортостанда ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһынан арттырылған пособие түләнә башланы. Түләүҙәр ай һайын башҡарыла, уның күләме – 16 350 һум, был иһә республикала бала өсөн йәшәү минимумына тиң.

Бындай түләүҙе ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килеме республикала йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы — 33 712 һум. Башҡа бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.

Сумма ғаиләнең уҙған 12 айҙағы килеменә ҡарап иҫәпләнә.

Пособие бер йылға бирелә, уны оҙайтыу мөмкинлеге лә бар. Ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, Күп функциялы үҙәк бүлексәһендә, шулай уҡ Рәсәйҙең Социаль фондына барып тапшырырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-22/v-bashkirii-semi-s-detmi-poluchat-povyshennye-vyplaty-iz-sredstv-matkapitala-4546356

         Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас