Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Ғинуар , 16:32

Башҡортостандың Социаль Фондында үҙмәшғүлдәр өсөн яңы льготалар

2026 йылдан башлап Рәсәйҙең Социаль фонды үҙмәшғүлдәргә түләүле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алырға һәм пенсия булдырырға ярҙам итә. 

Был мөмкинлектән файҙаланыу өсөн Социаль фондта ҡатнашырға, страховка суммаһын (35 000 йәки 50 000 һум) билдәләргә һәм ай һайын йәки йылына бер тапҡыр страховка взностарын түләргә кәрәк. Взностар ставкаһы 3,84% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

Бынан тыш, үҙмәшғүлдәр уңайлы сумманы һәм түләү ваҡытын һайлап, өҫтәмә рәүештә пенсияға аҡса йыя ала. Бының өсөн Рәсәйҙең Социаль фонды менән пенсия страховкаһы буйынса хоҡуҡ мөнәсәбәттәре булдырырға кәрәк.

Взностарҙың теүәл суммаһын Социаль фонд сайтында калькулятор ярҙамында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-16/v-sotsfonde-bashkirii-rasskazali-o-novyh-lgotah-dlya-samozanyatyh-4539451

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
 
Автор:
Читайте нас