ИҠТИСАД
14 Ғинуар , 07:17

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2025 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы – 72 256 һумдан, октябрҙә 72 975 һумдан артып киткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 10,8% һәм 8,1% юғарыраҡ.

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булдыБашҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Шул уҡ ваҡытта 2025 йылдың 10 айында реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 2024 йылдың ғинуар-октябре менән сағыштырғанда 1,7% артҡан.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 27 093 һум тәшкил итә. Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә 31 157 һум. (НДФЛ тотоп ҡалынғансы). Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында яҙылғанса, эш биреүселәр МРОТ-тан аҙыраҡ хеҙмәт хаҡы түләргә тейеш түгел.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-14/nazvana-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-4536420

Автор: Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас