Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Ғинуар , 14:12

Башҡортостанда торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы арттырылды

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2026 йылдың беренсе кварталына Башҡортостанда бер квадрат метр торлаҡтың хаҡын раҫланы.

Башҡортостанда торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы арттырылды
Башҡортостанда торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы арттырылды

Документты тикшергәндән һуң «Башинформ»ға билдәле булыуынса, бер «квадраттың» хаҡы – 116 212 һум. Был күрһәткес уҙған йылдың дүртенсе кварталы менән сағыштырғанда 0,45% артҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул саҡта хаҡ 115 686 һум ине.

Әйткәндәй, Волга буйы федераль округында торлаҡтың иң юғары баҙар хаҡы Татарстанда – 153 146 һум. Икенсе урында – Пермь крайы (133 727 һум), өсөнсөлә иһә Түбәнге Новгород өлкәһе (131 787 һум).

Төҙөлөш министрлығы торлаҡ баҙарындағы хаҡтар кимәле тураһында Росстат мәғлүмәттәре нигеҙендә квартал һайын төбәктәр өсөн баҙар хаҡын билдәләй. Күрһәткестәр граждандарҙың льготалы категорияларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн түләүҙәр күләмен иҫәпләгәндә ҡулланыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-12/minstroy-rossii-povysil-srednyuyu-rynochnuyu-stoimost-zhilya-v-bashkirii-4533997

Автор: Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас