Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Ғинуар , 11:07

Хәйбулла районы уртаса эш хаҡы буйынса республикала лидерҙар иҫәбенә инде

Бының тураһында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Хәйбулла районы уртаса эш хаҡы буйынса республикала лидерҙар иҫәбенә инде
Хәйбулла районы уртаса эш хаҡы буйынса республикала лидерҙар иҫәбенә инде

2025 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 72,2 мең һум тәшкил иткән. 2024 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 11,1 процент тәшкил итә.

Муниципалитеттар араһында уртаса эш хаҡы кимәле буйынса өс лидер иҫәбендә Өфө, Хәйбулла райондары һәм Өфө ҡалаһы бар, уларҙа хеҙмәткәрҙәргә уртаса 91 мең һумдан 95 мең һумға тиклем түләнә. 

Хеҙмәт хаҡы күләмен арттырыуға шул иҫәптән «Кадрҙар» милли проекты буйынса мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары булышлыҡ иткән. Башҡортостанда йәшәүселәр араһында граждандарҙың айырым категориялары өсөн һөнәри белем һәм өҫтәмә белем алыу, оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу талап ителде, тип билдәләне Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бер йыл эсендә эш хаҡы буйынса бурысты һиҙелерлек кәметеүгә өлгәшелә. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бурыс 368 миллиондан 163,3 миллионға тиклем кәмегән.

фото:Башинформ.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас