Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Ғинуар , 18:11

2030 йылға - ‎50 заманса һөт фермаһы

Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә...

2030 йылға - ‎50 заманса һөт фермаһы
2030 йылға - ‎50 заманса һөт фермаһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә аграрийҙар алдына ҡуйылған бурыстар тураһында яҙҙы.

Малды дөрөҫ итеп тәрбиәләү, туҡландырыу, етештереү процесын автоматлаштырыу, яңы белем, алдынғы технологиялар ҡулланыу һәм йылына бер миллион тонна һөт етештереү пландарын билдәләгән төбәк етәксеһе.

"Әлегә беҙ 750 мең тонна һөт етештерәбеҙ. Заманса фермаларыбыҙ – 25. Шуларҙың икәүһе уҙған йылда асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҙ Әбйәлил районында "Бүләк" экофермаһының беренсе этабына старт бирелде. "Ҡыҙыл Башҡортостан" ауыл хужалығы предприятиеһындағы өҫтөнлөклө инвестиция проектын 2028 йылға тулыһынса тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ә яңыраҡ Илеш районындағы "Уңыш" тоҡомсолоҡ заводында роботлаштырылған комплекстың беренсе этапын төҙөү тамамланды. Киләсәктә фермала 1500 һауын һыйыры аҫраласаҡ. Ауыл хужалығын үҫтереү, был өлкәлә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстар. Был республикабыҙҙың, илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеге нигеҙе, иҡтисадыбыҙҙың таянысы", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.‎

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Автор:
Читайте нас