Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Ғинуар , 18:22

Креатив индустрияны үҫтереү тураһында закон иң беренсе беҙҙә ҡабул ителде

Бынан тыш, республикала “Креатив индустрияларҙы үҫтереү фонды” төҙөлдө, “Креатив индустрия сәғәте” булдырылды, “Купец 2.0”, “Ҡаҙ” һәм “Беренсе маяҡтар” фестивалдәре үткәрелде.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне. Креатив тармаҡты үҫтереү буйынса алып барылған эш тә – уңышлы башланғыс.

Уҙған йыл башҡортостандар уникаль авиашоу – Рәсәй Федерацияһы Хәрби-һауа көстәренең “Русские витязи” авиатөркөмө осоусыларының юғары пилотаж сығыштарына шаһит булды. Был Өфө Моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы айҡанлы ойошторолдо. Иҫтәлекле датаны билдәләү тураһында указға РФ президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Әлеге көндә оборона предприятиеһында 26 меңдән ашыу кеше эшләй, ә аҙаҡҡы өс йылда һигеҙ меңдән ашыу эш урыны будырылды. Бында етештереү күләме арта, яңы цехтар төҙөлә, ҙур проекттар ғәмәлгә ашырыла.

– Әгәр бөгөн республикала етештерелгән бөтә нимәне йыйып алһаң, бик тәьҫирле экспозиция килеп сығыр ине: бында Бүздәк соусынан һәм Ҡариҙел икмәгенән алып оборона комплексы продукцияһына һәм инновацияларға – окоп шәмдәренә, хәрби дрондарға, авиация двигателдәренә, ғилми эшләнмәләрҙең 3D-моделдәренә һәм хатта музыка ҡорамалдарына тиклем сығарыла, – тип билдәләй белгестәр.

Уҙған йылдың ноябрендә Башҡортостан кластерлы үҫеш кимәле буйынса Рәсәй төбәктәренең милли рейтингында беренсе урынды алды. Уны Өфөләге “Рәсәй сәнәғәт форумы" майҙансығында күрһәттеләр. Республика уңыштарға лайыҡ: бында 288 предприятиены берләштергән 23 федераль сәнәғәт кластеры эшләй, был – ил төбәктәре араһында иң күбе. Башҡортостан үҫешенә 783,8 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән, ә ул үҙе инвестиция мөхите буйынса илдә өсөнсө урынды биләй. Алға” махсус иҡтисади зонаһы йәлеп итеүсәнлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инә: унда 24 резидент һәм 62 миллиард һум инвестиция килгән.

Бынан тыш, Башҡортостан “Рәсәй төбәктәрендә йылдың социаль-иҡтисади һәм сәйәси һөҙөмтәләре” рейтингында ла – тәүге бишәү араһында. Уны “Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге” әҙерләй.

– Илдең күпселек субъекттарында иҡтисади үҫеш тиҙлеге ныҡ кәмеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан кеүек алдынғы төбәктәр яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү һәм инновация иҡтисады аша түбәнәйеүҙе булдырманы, – тип хәбәр итә политологтар. – Башҡортостандың инновация кластерҙарын үҫтереүгә ҙур иғтибар йүнәлтеүе мөһим роль уйнаны.

Рейтинг авторҙары фекеренсә, Радий Хәбиров артыҡ пиарға юл ҡуймай, ул республика халҡы менән аралашыу өсөн традицион каналдарҙы һайлай.

– Шуның менән бергә, республика креатив сәнәғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә, – ти эксперттар. – Башҡортостандың ПФО-ла лидер булыуы осраҡлы түгел: урындағы депутаттар Волга буйы төбәктәре араһында беренсе булып профилле закон ҡабул итте.

Бынан тыш, республикала “Креатив индустрияны үҫтереү фонды” төҙөлдө, “Креатив индустрия сәғәте” булдырылды, “Купец 2.0”, “Ҡаҙ” һәм “Беренсе маяҡтар” фестивалдәре үткәрелде.

Креатив индустрия мәктәптәре төҙөү аша Башҡортостан ҡала һәм райондарҙы ла ылыҡтыра. Бындайҙар Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа асылды, унда йәштәр анимацияға, тауыш режиссеры булыуға, видеоуйындар эшләүгә һәм башҡа төрлө һанлы контент булдырыу оҫталығына өйрәнә. Һөҙөмтәлә республика ижади тармаҡты үҫтереүҙә илдә иң яҡшы өсәү иҫәбенә инә.

Кремлдең “Стратегия башланғыстары агентлығы” Башҡортостандың был тарафтан эшмәкәрлеген ыңғай миҫал тип билдәләй.

Рәсәй субъекттары етәкселәренең эшмәкәрлеген баһалау менән дә шөғөлләнгән был етди ойошма, “Башҡортостанда власть менән ижади берләшмә араһында социаль килешеү бар, ул тармаҡты бергәләп үҫтереүгә йүнәлтелгән”, тип билдәләй.

Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

 

       Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас