Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
31 Декабрь 2025, 07:52

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү үҙгәрә

   

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү үҙгәрә
Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү үҙгәрә

Башҡортостанда 2026 йылға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарифтарының сикке индекстары раҫланды. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостан буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү уртаса 1,7% арта. Әммә 1 октябрҙән күләмлерәк индексация көтөлә. Күпселек ҙур ҡалалар, шул иҫәптән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай, Ағиҙел, Күмертау һәм Межгорье өсөн сик 12,8% кимәлендә билдәләнгән.

Раҫланған күрһәткестәр коммуналь ресурстарҙың хаҡын арттырыу өсөн сик булып тора. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар түләүҙең күләмен күрһәтелгән сиктән түбәнерәк билдәләргә лә мөмкин. 

Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас