Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Декабрь 2025, 09:19

Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда Рәсәй төбәктәренең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше буйынса Төбәк сәйәсәте үҙәге әҙерләгән интеграль рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә инде.

Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбендә
Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда Рәсәй төбәктәрәнең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше буйынса Төбәк сәйәсәте үҙәге әҙерләгән интеграль рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә инде.

Был үҫеш һөҙөмтәләре тураһындағы докладтағы ошо рейтинг төп күрһәткес – сәйәси хәлгә баһа (сәйәси тотороҡлолоҡ, элита эсе ҡаршылыҡтары булыуы йәки булмауы, коррупция скандалдары, федераль үҙәкте яҡлау һ.б.) – нигеҙендә төҙөлгән:

Рейтинг лидерҙары: Мәскәү, Татарстан, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Төмән өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Свердловск өлкәһе. Был төбәктәр барыһы ла сәйәси тотороҡлолоҡ һәм бер үк ваҡытта юғары социаль-иҡтисади динамика күрһәтте.

Башҡортостан Башлығы республика халҡы менән диалогтан ҡасмай, ә киреһенсә – ул кешеләр менән аралашыу өсөн һәр саҡ асыҡ. Радий Хәбиров  махсус хәрби операция ветерандары менән шәхсән аралаша.

Республика юғары социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡ күрһәтә. Уға Рәсәйҙә сәнәғәт кластерҙары ойоштороуҙа төбәктең алдынғы урындарҙа булыуы ярҙам итә. Иҡтисадҡа инвестиция күләме 783,8 миллиард һумға етте.

ФЕКЕР
Александр КОБЫСКАН,

филология фәндәре кандидаты,

Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре:

“2025 йылдың сәйәси йомғаҡтары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн уның идара итеү моделенең йоғонтоло булыуын күрһәтте. Был модель шәхсән контролдә һәм халыҡ менән тура коммуникацияла булыуҙа (“тура бәйләнештәр”), йәғни федераль көн тәртибен яҡлау төп үлсәм булған шарттарҙа  төҙөлгән. Был үлсәмдә барыһынан бигерәк МХО күҙ алдында тотола.

Былар барыһы ла, шулай уҡ проблемаларҙы урындағы кимәлдә хәл итеүгә, мәҫәлән, Белорет ҡалаһындағы йылылыҡ тәьминәтенә, традицион иғтибар Башҡортостан Башлығына юғары эске тотороҡлолоҡ бирҙе, ул Башҡортостанға дөйөм Рәсәй рейтингында 5-се урын бирелеүе менән дә объектив раҫлана.

Фото: “Башинформ”.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас