27 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал пружиналар заводының етештереү майҙансығында булды. Республика етәксеһе предприятиеның ғәмәлдәге цехтарын ҡараны, етештереүҙе заманлаштырыу барышы, киләсәккә пландары менән танышты.
Урал пружиналар заводы 2008 йылдан эшләй һәм Рәсәйҙең пружиналар эшләү буйынса баҙарының лидерҙарының береһе булып тора. 2025 йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, компания ике миллиардтан ашыу һумлыҡ продукция етештергән, хеҙмәткәрҙәр һанын, эш хаҡы күләмен арттырған.
Журналистар менән һөйләшкәндә Радий Хәбиров предприятиеның тотороҡло һәм һөҙөмтәле эш алып барыуы тураһында әйтте.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.