Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Декабрь 2025, 20:06

Ярҙам дауам итәсәк

Индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү һөҙөмтәһендә Башҡортостанға 45 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү мөмкин булды. 

Ярҙам дауам итәсәк
Ярҙам дауам итәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.

Республика преференциаль зоналарҙың үҫеш кимәле буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Мәҫәлән, уның территорияһында 12 индустриаль һәм 19 технопарк эшләй, уларҙа 32 меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Унда 170 резидент эшләй.

– Биш йыл эсендә индустриаль парктарҙың интеграль үҫеш күрһәткесе – 20 процентҡа, ә технопарктар буйынса 280 процентҡа артҡан. Эш урындары һаны һигеҙ тапҡырға арта. Парктарҙың дөйөм майҙаны 1 000 гектарға етте, – тине Александр Шельдяев. – Ике ҙур технопаркты – “Зубово” һәм “РВ 1” радиоэлектрон технопаркын сафҡа индереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Майҙансыҡтар резиденттар менән тултырыла.

“Зубово” технопаркының майҙаны яҡынса 80 гектар. Проектҡа инвестициялар күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә. Бында ике резидент – “ДорХан” компанияһы һәм “ЭлКом” предприятиеһы уңышлы эшләй, улар 170 эш урыны булдырған. Рәсәй Сәнәғәт һәм Сауҙа министрлығының конкурс һайлап алыу йомғаҡтары буйынса республика “Зубово” ғилми-производство үҙәген йыһазландырыуға федераль бюджеттан 1,3 миллиард һум алды.

“РВ-1” радиоэлектрон технопаркы юғары технологиялы продукция етештереүҙең тулы циклын ойоштороуға йүнәлтелгән. Уны төҙөүгә 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Бында 130 эш урыны булдырылған, ә 2026 йыл аҙағына тиклем уларҙы 300-ҙән ашыуға тиклем арттырыу планлаштырыла.

Александр Шельдяев Башҡортостандың төп һәм әүҙем үҫешкән индустриаль парктары иҫәбендә “Промцентр”, “Уфимский”, “Нижегородский”, “Агротехнологиялар үҙәге”, шулай уҡ Туймазылағы “Мастер”ҙы атаны. Уларҙың һәр береһе территорияның иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, “Агротехнологиялар үҙәге” индустриаль паркы базаһында дөйөм майҙаны 187 мең квадрат метрлыҡ “Сберлогистика” логистик үҙәге төҙөлә, инвестициялар күләме 10 миллиард һумдан ашыу һәм 4,5 мең эш урыны булдырыу буйынса пландар бар.

– Тышҡы иҡтисади саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, республика заманса етештереү майҙансыҡтарын булдырыу өлкәһендә алдынғы позицияларын һаҡлап ҡала, – тип билдәләне Александр Шельдяев. – Мәҫәлән, беҙҙең “Алға” айырым иҡтисади зонаһы 2025 йылда Рәсәй махсус иҡтисади зоналарҙың Инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингының тәүге өсәү исемлегенә инде.

Вице-премьер хәбәр итеүенсә, “Алға”ла – 25 резидент, инвестициялар күләме 65 миллиард һум һәм 3 200 эш урыны булдырыу буйынса пландар бар. Үҙ производстволарын биш резидент – “Аркада”, “АМКОДОР-Ағиҙел”, “Уфимец”, “Азимут” компаниялары һәм “ЗАСПОРТ” фабрикаһы башлап ебәрҙе. Уларҙың дөйөм килеме йыл йомғаҡтары буйынса 7 миллиард һумдан ашып китәсәк.

2020 йылдан “Алға” инфраструктураһын үҫтереүгә республика бюджетынан 6,5 миллиард һум йүнәлтелде. Шул уҡ ваҡытта 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ғына резиденттар һалған инвестициялар күләме 11 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

– Инвесторҙар яғынан “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙансыҡтарына ҙур ҡыҙыҡһыныу һаҡланғанлыҡтан, Башҡортостан Хөкүмәте Үҫеш Корпорацияһы менән берлектә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына Өфө районында ер участкалары иҫәбенә айырым иҡтисади зона майҙанын 220 гектарға арттырыуға ғариза әҙерләне һәм ебәрҙе, – тине ул.

Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – республика предприятиеларының кооперацион бәйләнештәрен нығытыу. Башҡортостандың 120-нән ашыу предприятиеһы төрлө тармаҡтарҙа 25 сәнәғәт кластерында ҡатнаша.

– Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының сәнәғәт кластерҙары рРеестрына бөтәһе 105 кластер индерелгән. Йәғни бөтә кластерҙарҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек Башҡортостан ҡатнашлығында булдырылған, – тине Александр Шельдяев. – Был кластерҙар илебеҙҙең 36 төбәгенән, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттарынан 310 предприятиены берләштерә. Кластерҙар булдырыу, ярҙам сараларын ҡулланыу һәм фәнде, мәғарифты һәм технологияларҙы йәлеп итеү буйынса системалы эш һөҙөмтәһендә беҙҙең республика кластер үҫеше кимәле буйынса Беренсе Милли рейтингта лидер булды.

Башҡортостан Башлығы республикала сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған эште юғары баһаланы.

- Ошо йылдар эсендә сәнәғәткә ярҙам итеү өсөн киң тармаҡлы инфраструктура булдырҙыҡ. Ләкин ярҙам күп булмай, бигерәк тә бындай ауыр ваҡытта, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Эште дауам итәбеҙ һәм алға барабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас