Быйыл 11 айҙа Башҡортостан аграрийҙары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 593,2 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү тауарҙарын оҙатты.
Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға артҡан, тиелә Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренән. Ведомство ғинуар – ноябрҙә бындай тауарға бөтәһе 11,2 мең карантин сертификаты рәсмиләштергән.
Шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән тәьмин итеү географияһы киңәйә. Бер йыл элек ауыл хужалығы предприятиелары тауарын илдең 24 төбәгенә, 2025 йылда 28 төбәккә оҙатҡан. Һатып алыусылар исемлегенә Ҡырым, Мари Иле, Татарстан, Краснодар, Пермь крайы, Ставрополье һәм башҡалар инә.
Рәмилә Мусина фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!