ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2025, 17:24

Юл картаһына ҡул ҡуйылды

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Абхазия Республикаһына рәсми сәфәр менән килде.

Юл картаһына ҡул ҡуйылдыЮл картаһына ҡул ҡуйылды
Юл картаһына ҡул ҡуйылды

Эш сәфәре сиктәрендә Абхазия менән Башҡортостан араһында 2025 -2030 йылдарға хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды. 

- Беҙ үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, күп йыллыҡ дуҫлыҡҡа нигеҙләнгән туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен юғары баһалайбыҙ.  Ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыу төрлө өлкәләрҙәге, шул иҫәптән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектәге мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтереүгә яңы этәргес бирер, тип ышанам, бынан тыш мәҙәни, фәнни ҡаҙаныштар менән алмашыу дауам итә, - тип билдәләне Абхазия Президенты Бадра Гунба Башҡортостан делегацияһы менән эш осрашыуында һәм был сәфәрҙең абхаз яғы өсөн айырым әһәмиәткә эйә булыуын белдерҙе.

Башҡортостан Премьер-министры ике республиканың сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар өлкәләрҙә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте бәйләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Федераль кимәлдә һаҡланған Рәсәй-Абхазия мөнәсәбәттәре сиктәрендә ике яҡлы үҙ-ара хеҙмәттәшлек нығытыла.   

- Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡ тиҫтә йылдар дауам итә. Башҡортостан Абхазияны һәр ваҡыт, бигерәк тә ҡатмарлы ваҡытта, яҡлай. Был йола һаҡлана. 2023 йылда беҙҙең республикалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бөгөн беҙ 29 пункттан торған юл картаһы проектын әҙерләнек. Хеҙмәттәшлекте бер юлы ете йүнәлештә - иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт, туризм, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төҙөйбөҙ. Шул иҫәптән өҫтөнлөклө зоналар биләмәһендә производстволарҙы локалләштереү буйынса эште көсәйтәсәкбеҙ. Башҡортостан инвесторҙарға ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, берлектәге проекттарҙы башларға һәм предприятиеларға яңы үҫеш нөктәләрен табырға ярҙам итергә әҙер, - тип һөйләне Андрей Назаров осрашыу барышында.

Хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса юл картаһы ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҙ эсенә ала: сауҙа-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек, шул иҫәптән өҫтөнлөклө зоналар биләмәһендә инвесторҙар йәлеп итеү, Башҡортостандан Абхазияға аҙыҡ-түлек тауарҙары, минераль ашламалар һәм биопрепараттар килтереүҙе ойоштороу, ауыл хужалығы продукцияһын, Абхазиянан аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте менән тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырыу. Сәнәғәт һәм төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек сиктәрендә республика Абхазияның Сухум ҡалаһы яр буйына капиталь ремонт үткәрә. 

Ике яҡлы үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе булып туризм тора. Бөгөн "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты Абхазия йүнәлешендә  өлкән быуын граждандарына йылына бер тапҡыр бушлай туристик сәфәргә сығырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ 2026 йылда Абхазия туриндустрияһы вәкилдәренә Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында белем алыу мөмкинлеге тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ спорт, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге эште әүҙемләштереү планлаштырыла: спорт, мәҙәни саралар үткәреү, Башҡортостанда һәм Абхазияла республикаларҙың мәҙәниәт көндәрен үткәреү. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль яҡлау өлкәһендә үҙ-ара эш итеү пландары билдәләнде. 

Артабан яҡтар Абхазия менән Башҡортостан араһында 2025 - 2030 йылдарға хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса Юл картаһына ҡул ҡуйҙы. Сәфәр йомғаҡтары буйынса, был юл картаһы ике республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтар араһында иҡтисади һәм сауҙа бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итә, тип билдәләнде.

— Башҡортостан мәҙәниәт, иҡтисад, тәбиғәт ресурстары һәм кеше капиталы өлкәһендә ҙур потенциал тупланы. Беҙ Абхазия Республикаһы менән бергә был мөмкинлектәрҙе халҡыбыҙ мәнфәғәтенә: туризм, ауыл хужалығы продукцияһы менән алмашыу, мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәр өлкәһендә мөмкин тиклем файҙалана алырбыҙ, тип ышанабыҙ, – тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров.

Фото: https://pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас