

Өс йыл самаһы беҙ был мәлде түҙемһеҙлек менән көттөк. Урау юлдарҙың уңайһыҙлыҡтары менән осрашҡанда төҙөлөш билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылыр тип хафаландыҡ. Хәҙер, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын ғәмләлгә ашырыу сиктәрендә, был мөһим объект тулыһынса яңыртылған. 131 метр оҙонлоҡтағы күперҙә яңы балкалар һалынған, юл япмаһы алмаштырылған, тротуарҙар йыһазландырылған, шулай уҡ заманса барьер һәм яндауыр ҡоймалары ҡуйылған. Бынан тыш, 7,6 километр оҙонлоҡтағы Аҡъяр - Яңы Черкасск юлы ремонтланып, яңы асфальт-бетон япма һалына.
«Был күпер беҙҙең район өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул беҙҙе Ырымбур өлкәһе менән тоташтырыусы һәм төбәктәр араһында өҙлөкһөҙ транспорт бәйләнешен тәьмин итеүсе төп звено булып тора. Ремонт эштәре ваҡытында хәрәкәт ваҡытлыса урау юлдар буйлап ойошторола, был билдәле бер ауырлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә күперҙе норматив хәлгә килтереү урындағы халыҡ өсөн дә, республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдырыу өсөн бик мөһим булды. Яңыртылған күпер ышаныслы һәм оҙаҡ хеҙмәт итһен, транспорт менән тәьмин итеүҙе һәм районыбыҙҙың именлеген үҫтереүгә булышлыҡ итһен!», — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.