

Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шерифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй.
Сағыштырып ҡараһаҡ, 2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә 1 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 445 миллион һумдан ашыуы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
2025 йылдың биш айында муниципалитеттарҙа аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 1278 осрашыу үткәрелгән, уларҙа 1629 проект ҡаралған. Декларацияланған инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 104 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Бизнес-шерифтәр әле үҙҙәренең муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүҙең яңы мөмкинлектәрен эҙләй, шулай уҡ муниципаль-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә. Улар урындағы эшҡыуарҙар менән даими осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә, башланғыстарҙы хуплай.
Хәйбулла районында ла үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәр өсөн район етәкселеге тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һуңғы йылдарҙа төбәктә агротуризм, туризм буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Һаҡмар йылғаһы буйлап тын тултырмалы һалдарҙа, каркаслы-йыйылмалы байдаркаларҙа, катамарандарҙа туристарға ағып төшөү өсөн маршруттар булдырылған, экотуризм һәм социаль туризмдар йүнәлешендә лә үҙ эшен асҡан йүнселдәр бар.
Шулай ҙа эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәлешендә ярайһы уҡ ҙур уңыштарға ирешкән, төбәктә билдәле эшҡыуар Илшат Игебаевтың эшмәкәрлеге туризм өлкәһендә уңышлы проекттының тормошҡа ашырылыуына асыҡ миҫал.
Уның йәмле Һаҡмар йылғаһы буйындағы Йәнтеш ауылы эргәһендә урынлашҡан “Ҡурай” ял базаһы тиҙ арала районда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә популярлыҡ яулаған.
Ғаиләһе менән төрлө сит илдәргә сәйәхәт итергә яратҡан, башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең матурлығын күргән Илшат Игебаев күптән инде тәбиғәттә ял итеү өсөн уңайлы урын булдырыу теләге менән яна. Үҙенең бизнес-планын тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.
— Үҙем сәйәхәт итергә яратҡан кеше булараҡ, һәр саҡ яҡташтарымдың йәмле тәбиғәт ҡосағында, йылға тауышын тыңлап, саф һауала ял итеү, тәбиғәтебеҙҙең матурлығы менән һоҡланыу мөмкинлеге булыуын теләй торғайным, – ти Илшат Игебаев.—Бүленгән аҡсаға квадроцикл һәм алты метрлыҡ тирмә һатып алдыҡ. Шулай уҡ үҙ аҡсама ҡойма, 100 кешелек беседка, тирмә ултырттыҡ, асыҡ сәхнә төҙөнөк. Ләкин урындың потенциалы күпкә ҙурыраҡ икәнен аңлап, тағы ла ике ҡатлы дубль-йорт төҙөлөшө башланыҡ. Киләсәктә ял базаһы исеме есеменә тап килерлек булһын өсөн биләмәлә ҡурайға һәйкәл һәм музей асырға теләйем. Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы, уның бренды. Район халҡы һәм ҡунаҡтары ошо музыка ҡоралын баһалаһын һәм белһен ине.
Ике миҙгел буйына ял базаһында Башҡортостан эстрадаһы артистары ҡатнашлығында төрлө концерттар, шулай уҡ юбилейҙар, класташтарҙың осрашыуҙары үткән. Йыл дауамында үҙ эшен дауам итәсәк ял базаһында ҡышҡы миҙгел өсөн дә ял итеүселәрҙең ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн бөгөндән үк эштәр башланған. Экстремаль тау саңғыһы, “Буран” ҡарйөрөгөстәрендә төрлө маршруттар ҡарала.
Төбәктәге туризм үҫеше туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, урында эш урындары барлыҡҡа килтерә, район иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, Башҡортостандағы инвестиция порталында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә ғаризалар һаны артҡан. Йыл башынан INVESTRB порталына “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында муниципаль бизнес-шерифтәр менән осрашыуға 331 заявка килгән, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.