

Яңы телеком-ҡорамалдар Хәйбулла районының Әбделнасир, Баҡал һәм Сәғит ауылдарында ҡуйылды. Билдәле булыуынса, ауыл-ҡалаларҙа интернет булдырыу "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау" милли проекты (национальный проекта «Экономика данных и цифровая транформация государства») маҡсаттарының береһе булып тора.
- Бәйләнеш операторҙары Башҡортостан халҡын бәйләнеш һәм интернет менән тәьмин итеүҙе әүҙем алып бара. Беҙ бындай башланғыстарға һәр ваҡыт булышлыҡ итәбеҙ. Ауыл-ҡалаларҙа мобиль интернет бар икән, тимәк, халыҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана, онлайн уҡыуҙар үтә ала, бизнес үҫешә, - ти республиканың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.