ИҠТИСАД
27 Август 2025, 06:02

Ауыл урамдарына асфальт түшәлә

Ауылдар эсендә лә яҡшы юлдар булыуы — халыҡтың тормош сифаты буйынса мөhим күрһәткес. Район үҙәге халҡы урамдарҙа ремонт эштәренең барыуын, ҡайһыларына асфальт йәйелеүен дә күргәндер, моғайын. Әйткәндәй, быйыл бер нисә ауылдың урамдары асфальтлана. Бының буйынса район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигы Рөстәм Билалов мәғлүмәт бирҙе.

Савельевка ауылының Муса Мортазин урамында 810 метр оҙонлоҡтағы юл асфальтландыСавельевка ауылының Муса Мортазин урамында 810 метр оҙонлоҡтағы юл асфальтланды
Савельевка ауылының Муса Мортазин урамында 810 метр оҙонлоҡтағы юл асфальтланды

«Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән килешеүгә ярашлы, быйыл урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлауға республика бюджетынан финанс бүленде.  Ошо средстволар иҫәбенә ағымдағы йылда Аҡъяр ауылының Хоҙайбирҙин һәм Рәсәй урамдары, Бүребайҙың Дала урамы, Савельевканың Муса Мортазин урамы һәм Өфө ауылының Аҡмулла урамы юлдарына тулыһынса йәки өлөшләтә асфальт түшәлде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Аҡъяр һәм Бүребайҙа автомобиль юлдарын ремонтлауға республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә район үҙәгенең Энергетиктар һәм Таһир Күсимов урамдары, Бүребайҙың Тыныслыҡ урамы юлдарына асфальт һалынды. Әлеге ваҡытта Бүребай ауылының Геология урамында ошондай уҡ эштәр башҡарыла, уларҙың август аҙағында тамамланыуы көтөлә. Тағы ла район үҙәгенең Рәми Ғәрипов, Рәшит Ниғмәти, Зәки Вәлиди урамдарының, Төхвәт Морат  тыҡрығының, Шәйехзада Бабич һәм Рәшит Ниғмәти араһындағы тыҡрыҡтың, Татыр-Үҙәк ауылының Дунай урамының айырым участкаларына, шулай уҡ Мәшғүлек үҙәге янындағы туҡталҡаға асфальт һалыу ҡаралған. Бынан тыш, Аҡъярҙың Туҡай урамына һәм Сәғит-Яңы Черкасск юлына ҡырсынташ түшәү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта эштәрҙе башҡарыусыларҙы йәғни подрядсы ойошмаларҙы билдәләү буйынса конкурс процедуралары бара», —тигән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты Рөстәм Дауыт улы.

Подольск–Таштуғай–Ырымбур өлкәһе сиге автомобиль юлына ҡырсынташ түшәлдеПодольск–Таштуғай–Ырымбур өлкәһе сиге автомобиль юлына ҡырсынташ түшәлде
Подольск–Таштуғай–Ырымбур өлкәһе сиге автомобиль юлына ҡырсынташ түшәлде

Төҙөкләндереү эштәренән таусылар ҙа ситтә ҡалмай. Быйыл «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» предприятиеһы ярҙамында Бүребай ауылының Йәштәр урамына һәм Шайморатов урамындағы ихата биләмәләренә асфальт һалынған. Ә Подольск–Таштуғай–Ырымбур өлкәһе сиге автомобиль юлына ҡырсынташ түшәү эштәрен Гай тау-байыҡтырыу комбинаты финанслай.

Савельевка ауылы халҡы Муса Мортазин урамына асфальт һалыныуын һөйөнөп ҡаршы алған. Бының менән Маҡан ауылының «Три-А» предприятиеһы эшселәре булыша. Әйтергә кәрәк, ошоға тиклем был  ойошманың юлсылары район үҙәгенең Таһир Күсимов һәм Рәсәй урамдарына, Бүребайҙың Дала урамына асфальт түшәгән.

Эйе, юл мәсьәләһе – халыҡты иң ныҡ борсоған проблемаларҙың береһе. Киләсәктә был юҫыҡта эштәр туҡтамаҫ тип ышанабыҙ. 

Савельевка ауылында хәйриә ярҙамы сиктәрендә, инвалидтың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорттарына  илткән юлға асфальт һалынғанСавельевка ауылында хәйриә ярҙамы сиктәрендә, инвалидтың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорттарына  илткән юлға асфальт һалынған
Савельевка ауылында хәйриә ярҙамы сиктәрендә, инвалидтың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорттарына илткән юлға асфальт һалынған

Аркадий Харрасов, Савельевка ауылы:

–1-се төркөм инвалидымын, коляскала йөрөйөм. Беҙҙең  Мортазин урамына һәм мин йәшәгән йортҡа илткән юлға ҡырсынташ түшәп, асфальт һалыуҙары өсөн барыһына ла оло рәхмәтлемен. Быға тиклем ихатанан үҙ аллы бер ҡайҙа ла сыға алмай инем, шуға күрә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнек. Ә ул һүҙендә торҙо. Хәҙер коляскала үҙ аллы тигеҙ юл буйлап урамға сығырға, магазинға барырға, сүп-сар сығарырға мөмкинлек булды.

Аннур Әбсәләмов, «Три-А» предприятиеһы инженеры:

–Эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу өсөн предприятиела бөтә шарттар ҙа бар: эшселәр етерлек, юл техникаһы паркының хәле яҡшы.   Асфальтты Орск ҡалаһынан ташыйбыҙ. Смета буйынса Савельевка ауылының Муса Мортазин урамында 810 метр оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәнек. Бер үк ваҡытта хәйриә ярҙамы сиктәрендә, инвалидтың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорттарына, шулай уҡ клубҡа илткән юлға асфальт һалдыҡ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас