

Башҡортостанда алдағы ике йылда Өфө – Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡты урап үткән участкаһында (Стәрлетамаҡтан Стәрлебаш боролошона тиклем) капиталь ремонт эштәре башҡарыла. «Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе Денис Абрамов хәбәр итеүенсә, реконструкциянан һуң ике һыҙатлы юл дүрт һыҙатлы итеп үҙгәртелә.
Төҙөлөш-монтаж эштәренә контрактты «Дортрансстрой» йәмғиәте алған.