Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта яңы проект тәҡдим ителде.
Фирҙәүсә Әйүпова социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам программаһы (АСПК) сиктәрендә үҙенең ремонт һәм кейем тегеү оҫтаханаһы өсөн яңы сәнәғәт тегеү ҡорамалдарын һатып алырға ниәтләй. Ул үҙенең бизнесын әүҙем үҫтерә, һәм уның клиенттары әкренләп күбәйә бара, был сифатлы хеҙмәттәргә һорау булыуын да күрһәтә.
Был проект эшҡыуарҙарҙың баҙар талаптарына яраҡлашыуы һәм даими үҫешкә ынтылыуы, клиенттарына юғары сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеүе өсөн сағыу миҫал булып тора.
Фирҙәүсә Әйүпова заманса ҡорамалдар ярҙамында клиенттарына тағы ла сифатлыраҡ һәм уникаль изделиелар тәҡдим итеүенә, шулай уҡ хеҙмәттәр спектрын киңәйтә аласағына ышана.
Кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға АСПК программаһы буйынса финанс ярҙамы алыу өсөн конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителде.
Үҙмәшғүлдәргә һәм эшҡыуарҙарға ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә көтәләр, ҡатнашыу өсөн сайт аша һылтанма буйынса ғариза бирергә мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан (34758) 2-12-35, 2-18-99, 89373203040 телефондары ярҙамында яҙылырға була.