ИҠТИСАД
6 Март 2025, 08:57

Бында ысынлап та күңелле!

Айназ Ғәббәсов дәүләт ярҙамында Аҡъярҙа балалар уйындар үҙәген асыу буйынса проектын уңышлы тормошҡа ашырған

Бында ысынлап та күңелле!Бында ысынлап та күңелле!
Бында ысынлап та күңелле!

Уңғандар бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Айназ Ғәббәсов был һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы бер ҡат иҫбатланы. Егет бер килке Себерҙә эшләгәндән һуң тыуған Аҡъярына ҡайтып, үҙ эшен булдырырға ҡарар иткән.

–Нимә асырға, ниндәй эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тип  Миләүшә апайым кәңәшләшеп, район үҙәгендә йыл дауамында балалар өсөн күңелле һәм файҙалы ваҡыт уҙғарыу өсөн махсус урын булмауына иғтибар иттек һәм уйындар үҙәген асыу проектында туҡталдым. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды (АСПК) алдым, – тип һүҙ башланы Айназ.

Уйын лабиринты, өҫтәл хоккейы, бильярд, интерактив ҡорамалдар – быларҙың барыһы ла эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға тәғәйенләнгән дәүләт ярҙамы арҡаһында һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта ҡуртымға алыуға бина табыу мәсьәләһе өҫкә сыға. Әйткәндәй, был район үҙәгендә эшләгән күп кенә үҙмәшғүлдәрҙең һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектары өсөн ныҡ бәкәлгә һуҡҡан проблемаларҙың береһе.

–Ошоға бәйле былтыр район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә лә ҡатнаштым. Кәңәшмәлә эшемде артабан да үҫтереү буйынса яҡын һәм оҙайлы пландарым тураһында һөйләнем. Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең идеяларын һәм теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ  дәүләт ярҙамы саралары тураһында тәҡдимдәр бирҙе, – тине әңгәмәсем.

Әлеге ваҡытта «Aznai» уйындар үҙәге ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан.  Бында бөтә нәмә лә балаларға ҡыуаныс һәм күңелле тәьҫораттар бүләк итә – таусыҡ менән уйын лабиринты, шарҙар менән тултырылған ҡоро бассейн, интерактив уйын ҡорамалдары,  төрлө уйынсыҡтар. Һис шикһеҙ кескәйҙәрҙең ялы – уларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яҡшы кәйефе.

–Беҙҙең районда йәшәүселәр уйындар үҙәген асылыуҙы ҡыуанып ҡабул иттеләр. Бында һәр бала күңеленә хуш килгән нәмәне таба ала,  балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс байрамдар, оҫталыҡ дәрестәре лә  ойошторола,  Ә интерактив уйындар аҡыл эшмәкәрлеген һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә булышлыҡ итә, – тине Айназ.

Тырыш егет киләсәктә үҙ бинаһын төҙөргә лә хыяллана. «Aznai» Хәйбулла балаларының яратҡан ял итеү урынына әүерелер тип ышанабыҙ, йәш эшҡыуарға уңыштар юлдаш булһын!

Наил Байғусҡаров, Хәйбулла район хакимиәте башлығының иҡтисад,  эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, район бизнес-шерифы: –Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Республика хөкүмәте тарафынан муниципалитеттарға  ярҙам, ә райондарҙа яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә эшмәкәрлек айырыуса һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Хәйбулла районында ла был эш әүҙем йүнәлештә бара.  Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, йылҡысылыҡты, туризмды үҫтереү һәм башҡа программалар ғәмәлдә.   Уҙған йылда «2024–2029 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә 19 эшҡыуарға 6,9 миллион һумлыҡ субсидия,   дөйөм суммаһы 5,25 миллион һум тәшкил иткән аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды (АСПК) 15 кеше алды. Район эшҡыуарҙарын бизнесты киңәйтеүҙә, шул иҫәптән күрше райондарға интеграциялауҙа һәм тауарҙарҙы маркет-плейс аша һатыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙа ҡыйыуыраҡ булырға саҡырабыҙ.

ҺАНДАР ТЕЛЕНДӘ:

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан муниципалитеттарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 3300 кәңәшмә уҙғарылған, уларҙа 4300 проект ҡаралған, 697-һе тормошҡа ашырылған, тағы ла  1082 проект ғәмәлгә ашырыу стадияһында. 2024 йылда 12 меңдән ашыу эшҡыуар ярҙам сараларынан файҙаланған, бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 20 ҙур сара ойошторолған. Былтыр Хәйбулла районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы ултырыштарҙа дөйөм суммаһы 367,2 миллион һум тәшкил иткән 53 проект ҡаралған.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас