ИҠТИСАД
24 Февраля 2025, 17:07

Үҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы ла

Аҡъяр ауылынан Эльвира Нураева үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамы алған

Үҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы лаҮҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы ла
Үҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы ла

Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Хәҙер ит, һөт, икмәк янында милли ризыҡтарыбыҙҙан бал, ҡымыҙ, ҡаҙы, тултырма, талҡан, һалманы ла осратырға мөмкин. Аҡъярҙан Эльвира Нураева әҙерләгән сифатлы милли продукция – бишбармаҡ  та район халҡы араһында һорау менән файҙалана.

Сибай ҡалаһы ҡыҙы Аҡъяр ауылына 2005 йылда килен булып төшә. Тормош иптәше Фидан менән ике ул тәрбиәләйҙәр.

–Ирем менән күптән үҙ эшебеҙҙе асыу тураһында уйлағайныҡ. Шул уҡ ваҡытта ниндәй тармаҡта тигән һорау ҙа тыуҙы. Магазиндар кәштәләрендә башҡа яҡтарҙан, хатта күрше илдәрҙән килтерелгән һалма һатыла. Ә ниңә үҙебеҙҙә бишбармаҡ етештерә башламаҫҡа, тип уйланыҡ, – тип әңгәмәне башланы Эльвира Урал ҡыҙы.

Шулай итеп ул үҙ эшен булдырып, бишбармаҡ ҡырҡып, уны һатыуға сығарырға ҡарар итә. Бала саҡтан бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡыуға оҫта ханымдың уй-ниәтен яҡындары ла хуплай.

–Дәүләттән матди ярҙам алырға мөмкин икәнен белгәс, район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнаштым. Унда башланғысымды хупланылар һәм һөҙөмтәлә «2024-2029 йылдарға   Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә субсидия бүленде. Документтар йыйыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар булманы. Финанс ярҙамды ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлттем,  – ти әңгәмәсем.

Эльвира Нураева  әҙерләгән йоҡа һәм тәмле ризыҡты һатып алыусылар әкренләп арта бара, заказ биреүселәр ҙә күбәйә. Башта бәләкәй күләмдә эш башлайҙар, продукцияны таныштарына һәм туғандарына тәҡдим итәләр. Һуңынан магазиндарға оҙата башлайҙар.

–Районда бишбармаҡ етештереү менән тәүгеләрҙән булып шөғөлләнә башланыҡ. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар ҙа булды, әммә беҙ бирешмәҫкә тырыштыҡ. Әйтергә кәрәк, магазин кәштәләрендә беҙҙең продукция оҙаҡ ятмай, тимәк халыҡ продукциянан ҡәнәғәт. Һатып алыусыларҙан килгән рәхмәт һүҙҙәре, ыңғай баһалар артабан да тырышып эшләргә көс-дәрт бирә. Эшмәкәрлегебеҙ башланғандан алып бишбармаҡтың сифаты яҡшырыуын да күрәбеҙ. Үҙ эшемде киңәйтергә һәм өй һалмаһын етештереүҙе башларға  ла теләйем – әммә был яҡын киләсәккә пландар,    – тип пландары менән уртаҡлашты Эльвира Урал ҡыҙы.

Яңыраҡ ҡына эш башлауына   ҡарамаҫтан,   баҙар иҡтисадында үҙ һатып алыусыларын тапҡан ул. Тимәк, тауарға ихтыяж бар, уны тағы ла күберәк етештереү бурысы тора. Эшҡыуар ханымға уңыштар теләйбеҙ, барлыҡ пландары бойомға ашһын!

Үҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы ла
Үҙебеҙҙә етештерелгән бишбармаҡ тәмле лә, сифатлы ла
Наил Байғусҡаров, Хәйбулла район хакимиәте башлығының иҡтисад,  эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, район бизнес-шерифы: –Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Республика хөкүмәте тарафынан муниципалитеттарға  ярҙам, ә райондарҙа яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә эшмәкәрлек айырыуса һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Хәйбулла районында ла был эш әүҙем йүнәлештә бара.  Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, йылҡысылыҡты, туризмды үҫтереү һәм башҡа программалар ғәмәлдә. Аҙна һайын муниципаль район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырыштары үткәрелә. Уҙған йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы ултырыштарҙа дөйөм суммаһы 367,2 миллион һум тәшкил иткән 53 проект ҡаралған. «2024–2029 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә 19 эшҡыуарға 6,9 миллион һумлыҡ субсидия, «2022–2027 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районында эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү» программаһы сиктәрендә 3 эшҡыуарға 750 мең һумлыҡ субсидия бирелде, дөйөм суммаһы 5,25 миллион һум тәшкил иткән аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды (АСПК) 15 кеше алды. Район эшҡыуарҙарын бизнесты киңәйтеүҙә, шул иҫәптән күрше райондарға интеграциялауҙа һәм тауарҙарҙы маркет-плейс аша һатыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙа ҡыйыуыраҡ булырға саҡырабыҙ.

 Белешмә:

2024 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһы тәшкил иткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Уртаса предприятиелар һаны 7,5 процентҡа арта, ә үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа арта, 263 меңгә яҡын кеше тәшкил итә. 2025 йылдың башына ҡарата Хәйбулла районында 522 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 1777 үҙмәшғүл теркәлгән, улар иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәренә лә йәлеп ителгән, шул иҫәптән:

  • бәләкәй предприятиелар –  5 берәмек;
  • микропредприятиелар –61 берәмек;
  • шәхси эшҡыуарҙар – 321 берәмек;
  • крәҫтиән-фермер хужалыҡтары – 135 берәмек.
  • үҙмәшғүлдәр – 1777 берәмек. 

Райондың бәләкәй предприятиеларында мәшғүлдәрҙең уртаса исемлек һаны 2870 кеше тәшкил итә. Был иҡтисадта эшләүселәрҙең дөйөм һанынан  17,9 процентын тәшкил итә.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас