Һуңғы алты йылда 445 ауыл хужалығы етештереүе кооперативының 286-һы республика ҡаҙнаһынан ярҙам алды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
Был ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательсвой инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына акселерация” төбәк проектына ярашлы башҡарыла.
Был маҡсатҡа 667,5 миллион һум субсидия бүленгән. Уны, нигеҙҙә, техника һәм ҡорамалдар, мөлкәт алыуға бирәләр. Республикабыҙҙың ҡулланыусылар йәмғиәтендә бөгөн 12 меңдән ашыу кеше эшләй. Уларҙың күпселеге аҙыҡты эшкәртеү менән шөғөлләнә һәм әҙер продукцияһын сауҙаға оҙата.
Фото: “Башинформ”.