Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Февраль , 20:25

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал

  

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал
Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал

Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов республика журналистары менән иртәнге осрашыу ваҡытында белдерҙе.

«Аҡсаларҙың дизайны даими үҙгәреп тора. 2025 йылдың аҙағына тиклем 1000 һумлыҡ яңыртылған аҡсаны күрһәтеү планлаштырыла. Башҡортостандан унда Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнер тип өмөтләнәбеҙ. Билдәле булыуынса, ул Милли банк үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса исемлектә бар», — тине Марат Кашапов.

Кашапов һүҙҙәренсә, 2028 йылдың аҙағына тиклем 1997 йыл өлгөһөндәге 10, 50 һәм 500 һумлыҡтарҙы яңыртыу планлаштырыла.

Фото:Башҡортостандың Милли банкы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: