Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы хакимиәтендә сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үтте, унда өс инвестиция проекты ҡаралды.
Уларҙың береһе райондың әүҙем һөнәрсеһе Мәрйәм Суринаныҡы. Ул көнкүреш химияһы һәм тәбиғи косметика әҙерләй. Бер нисә йыл элек өйҙәгеләрҙең аллергияһы менән осрашҡас, ул хәүефһеҙ альтернативалар булдырырға булған. Хәҙер ул өйҙә эшләй, әммә эшен киңәйтеү өсөн яңы ҡорамал һатып алырға ниәтләй.
Икенсе проектты Гөлмирә Хәмиҙуллина тәҡдим иткән. Ул Йәнтеш ауылында туристик база асырға теләй. Гөлмирә инфраструктура, маркетинг һәм клиенттарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләләрен өйрәнгән һәм уның базаһы уңышлы бизнесҡа әүерелер һәм төбәктә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итер тигән ышаныста.
Өсөнсө проект Рөстәм Юлдашбаевтыҡы. Ул кафе, ял итеү зонаһы һәм автосервис менән юл буйы сервисын асырға ниәтләй. Рөстәмдең автомобилдәрҙе ремонтлауҙа тәжрибәһе бар һәм юлдарҙа сифатлы сервистың мөһимлеген аңлай.
Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең идеяларын белдергән, шулай уҡ проектта ҡатнашыусыларға дәғүә итә алған дәүләт ярҙамы саралары тәҡдим ителгән.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ҡалдырырға мөмкин.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.