2024 йылдан Финанс грамоталылығын арттырыу һәм 2030 йылға тиклем финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ”Моифинансы” бөтә Рәсәй мәғрифәтселек эстафеталарын” үткәреү планлаштырыла (2024 йылда апрелдән декабргә тиклем өс этапта үткәрелә).
Сара офлайн/онлайн форматта үтә. Эстафета сараларының төп интернет-майҙансығы – https://моифинансы.рф/. Порталда материалға һылтанмалар, видеороликтар һәм эстафеталар тураһында башҡа мәғлүмәт урынлаштырылған. БР Финанс министрлығы республика халҡының финанс грамоталылығын арттырыу һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу буйынса эштең координаторы булып тора.
Фото: Башинформ.