«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районы хакимиәтендә сираттағы муниципаль «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үтте, уның барышында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам (АСПК) линияһы буйынса Аҡъяр ауылында мини-икмәкхана асыу буйынса проект ҡаралды.
Үҙ проектын Зөлфиә Сөләймәнова тәҡдим итте, әлеге ваҡытта ул «үҙмәшғүл» статусына эйә һәм өйҙә кондитер һәм икмәк-күмәс изделиелары етештерә. Мини-икмәкхана асыу өсөн яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Бай тәжрибәһе һәм клиенттар базаһы менән ул үҙенең бизнесын әүҙем үҫтерә һәм урындағы халыҡ араһында һорау менән файҙаланған уникаль изделиелар тәҡдим итә. Былтыр Зөлфиә "Икмәк, торт һәм пирог" фестиваленең муниципаль конкурсында ҡатнашты, унда үҙенең кулинар ижадын уңышлы күрһәтте.
Кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға АСПК программаһы буйынса финанс ярҙамы алыу өсөн конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға документтар тапшырырға кәңәш иттеләр.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.