Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ноябрь , 09:30

Балыҡ үрсетеүселәргә субсидиялар бирелә

    

Балыҡ үрсетеүселәргә субсидиялар бирелә
Балыҡ үрсетеүселәргә субсидиялар бирелә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы балыҡсылыҡ предприятиеларынан субсидияларға ғаризалар ҡабул итә. Дөйөм алғанда, республика тармағына булышлыҡ итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум бүленә.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, хужалыҡтар һатып алынған ем һәм селбәрә хаҡының 40% тиклем компенсация алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәмғеһе 70-тән ашыу балыҡсылыҡ хужалығы эшләй, 2023 йылда улар 1,1 мең тонна тауар балығы етештергән.

«Күрһәткестәрҙе арттырырға ниәтләйбеҙ. Республикала балыҡҡа һорау бар, ошо йүнәлеште үҫтерергә теләүселәр ҙә бар», — тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, балыҡсылыҡ предприятиелары дәүләттән башҡа ярҙам сараларына ла иҫәп тота ала. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм инвестициялы льготалы кредиттар, фермер гранттары, республика программаһы сиктәрендә ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: