Яңы йылға ла һанаулы көндәр ҡалып бара, законлы ял көндәрен иҫәпкә алып, отпускты һәм сәйәхәтте планлаштырырға ваҡыт. Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте бының өсөн уңайлы карточкалар әҙерләгән.
Һәр айҙа тиерлек өҫтәмә ял көндәре бар, июль һәм август айҙарында ғына бөтөнләй юҡ. Уның ҡарауы, ғинуарҙа һәм майҙа улар бик күп.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе аҙнала алты көн эшләйбеҙ. Шәмбе, 2 ноябрь, эш көнө булып тора, һуңынан ике көн ял итәбеҙ (4 ноябрь — байрам).