ИҠТИСАД
13 Октябрь 2024, 05:57

Башҡортостанда 850 миллион һумға агроауыл төҙөлә

  

Башҡортостанда 850 миллион һумға агроауыл төҙөләБашҡортостанда 850 миллион һумға агроауыл төҙөлә
Башҡортостанда 850 миллион һумға агроауыл төҙөлә

Башҡортостандың Шишмә районы Йәрми ауылында «Агроауыл» туристик кластерын төҙөү планлаштырыла. Инвестор уның макетын Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2024» агросәнәғәт күргәҙмәһендә республика стендында тәҡдим итте.

Республика хөкүмәте Петербург иҡтисади форумында «Таврос» идара итеү компанияһы менән проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Уның хаҡы 850 миллион һумға баһалана, был – федераль, төбәк, урындағы бюджеттарҙың һәм инвесторҙың дөйөм аҡсаһы.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе этапта уртаса майҙаны 72 квадрат метрлыҡ 100 шәхси йорт, шулай уҡ инженер селтәрҙәре – газ үткәргес, электр тәьминәте, юлдар һәм тротуарҙар төҙөү планлаштырыла. Агроауыл проекты «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 

Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас