17 йыл үткәс, Игебайҙың вариҫтары быйыл йәнә нәҫел ептәрен барланы. Игебаевтарҙың 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар буйында Йәнтеш ауылы янындағы быйыл асылған «Ҡурай» туристик базаһында уҙған Шәжәрә байрамына йыйылды. Бының тураһында тулыраҡ ошо мәртәбәле сараның төп ойоштороусыларының береһе, туристик базаһының хужаһы, эшҡыуар Илшат Игебаев һөйләне.
–Күптәнге хыялым – башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған «Ҡурай» туристик базаһын төҙөй башлағас, уның иң беренсе ҡунаҡтары туғандарым һәм яҡындарым булырға тейеш тигән уй барлыҡҡа килде. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тигәндәй Игебаевтарҙың нәҫел ептәрен барлау маҡсатында уҙған йылдың көҙөнән Шәжәрә байрамына әҙерләнә башланыҡ һәм ошо арала уны үткәреп ҡуйҙыҡ. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә үҙ проектымды яҡлап, АСПК программаһы ярҙамында тирмә һәм квадроцикл алдыҡ. Алла бирһә, ике гектар майҙанды биләгән туристик базала хәҙерге тирмә, милли арт-объекттар, махсус япмалы волейбол майҙансығы, банкет залына өҫтәп, дүрт ҡунаҡ йорто төҙөргә, ҡурай музейы булдырырға, ҡурайға һәйкәл ҡуйырға ла ниәт бар, – тине Илшат Вәкил улы.
Йәмле Һаҡмар буйындағы был урынды ла эшҡыуар юҡҡа һайламаған икән. Баҡтиһәң, Игебаевтар нәҫеле килеп сыҡҡан Маҡар араһы башта ошо ерҙән йыраҡ булмаған Маҡар туғайы тип исемләнгән ерҙә йәшәгән, һуңынан улар Аҡнаҙарҙа, ә артабан Ҡаҙыршала төйәкләнгәндәр һәм унан башҡа яҡтарға таралғандар.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Былтыр был маҡсатта 1,5 миллиард һум самаһы федераль финанстар йәлеп ителгән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса туризм өлкәһендә эшләгән компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ сикләүҙәр ҙә йомшартылды. «Беҙ Башҡортостандың ғәжәйеп табиғәтен мөмкин тиклем күберәк кеше күреүен теләйбеҙ. Шуға күрә беҙҙең өсөн туристик инфраструктураһын үҫтереү – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе», – тип билдәләне Республика Башлығы.