ИҠТИСАД
5 Август 2024, 17:13

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар

Район хакимиәтендә уҙған сираттағы кәңәшмәлә Зифа Усманова һәм Радик Сәйфуллиндың проекттары ҡаралды    

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта  ике проект ҡаралды.

Беренсе проектты Зифа Усманова тәҡдим итә, ул яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән манипулятор һәм тейәгес һатып алыуға сығымдарын ҡаплауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Эшҡыуар уларҙы төҙөлөш-ремонт эштәрен башҡарыу өсөн файҙаланырға ниәтләй.

Шәхси табип Радик Сәйфуллин бина һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау инициативаһы менән сығыш яһаны. 2002 йылда ул шәхси клиникаға нигеҙ һала, ә ағымдағы йылда спектрҙы киңәйтеү һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү өсөн иркенерәк бина һатып ала.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡарар ителде. Яуаплы кешеләргә тейешле йөкләмәләр бирелә һәм үтәү ваҡыты билдәләнә.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте. 

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проекттар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас