ИҠТИСАД
2 Август 2024, 15:29

Эшҡыуар ханым субсидия ярҙамында ҡорамалдар һатып алған

Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программа эшләй    

Эшҡыуар ханым субсидия ярҙамында ҡорамалдар һатып алғанЭшҡыуар ханым субсидия ярҙамында ҡорамалдар һатып алған
Эшҡыуар ханым субсидия ярҙамында ҡорамалдар һатып алған

Аҡъяр ауылынан Нәзирә Кәримова үҙенең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген 2020 йылда башлай. Уҙған йылда ул үҙенең эшмәкәрлегенең йүнәлешен кондитер продукцияһынан ит ярымфабрикаттары етештереүгә үҙгәртергә ҡарар итә.   «2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» программаһы ярҙамында производство ҡорамалдарын, шул иҫәптән һыуытҡыс камералары, электр ит турағыс, тиҙ туңдырыу аппараты, етештереү өҫтәле, һалма ҡырҡҡыс, кондиционер һатып алған.

–Район хакимиәтенән субсидия ярҙамы алып, 2021 йылда шәхси эшҡыуарлыҡ асып, икмәк-күмәс изделиеларын етештереү менән шөғөлләнә башланым.  Тәмлекәстәрҙе заказ буйынса бешереүҙе лә дауам иттем. Әҙер продукцияны район үҙәге сауҙа нөктәләренә  лә тапшырҙым. Был ваҡытта ризыҡ әҙерләү өсөн ихатала махсус төҙөлгән бинаға ремонт яһап, кәрәкле ҡорамалдар һатып алдым. Унда һыу, йылылыҡ үткәреүҙә тормош иптәшем ярҙам итте. Ә 2023 йылда үҙ бизнесымды кондитер продукцияһынан ит ярымфабрикаттары етештереүгә йүнәлтеп, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Кредит алып, кәрәкле ҡорамалдар: һыуытҡыстар, туңдырғыс, тиҙ туңдырыу аппараты һатып алдым. Аҙаҡ район хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә" форматында үткән кәңәшмәлә ҡатнашып, үҙ проектымды уңышлы яҡланым һәм «2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» программаһы ярҙамында өҫтәмә ҡорамалдар ҙа алдым. Үҙебеҙҙең район фермерҙары менән килешеү төҙөп, уларҙан сифатлы ит һатып алам. Ирем Роберт Рифҡәт улы төп ярҙамсым, һәр эшемде хуплай, –ти Нәзирә Мостафа ҡыҙы.

 Сауҙа кәштәләрендә ит ярымфабрикаттарының йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Тик ниндәй генә сағыу ҡаптарҙа, ниндәй генә реклама нигеҙендә һатылмаһын, үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи продукцияға барыбер етмәй икән. Хәҙер үҙ сауҙа билдәһенә эйә булған «bahetle» ит ризыҡтары ла шулай. «Үҙеңдекен һайла – тыуған төйәгеңдә етештерелгәнен һатып ал» тигәндәй, мәҡәлә геройым продукцияһын һатып алыусыларҙың артырына ышана.

–Ит урындағы фермерҙарҙан һатып алына. Әлеге ваҡытта цехта ике кеше эшләй. Киләсәктә штатты арттырырға планлаштырабыҙ, сөнки продукция үтемле, һатып алыусылар күп. Эшемдә ғаилә ағзаларының, яҡындарымдың ярҙамын тоям, – ти Нәзирә Мостафа ҡыҙы.

Әйткәндәй, Нәзирә Кәримова былтыр «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» бөтә Рәсәй асыҡ академияһы сиктәрендә “Lady007” бизнес-акселераторы финалында еңеүсе була. Уҙған йылдың көҙөндә «Икмәк, торт һәм бәлеш» район фестиваль-конкурсында “Байрам бәлеше” номинацияһында, ә быйыл 2023 йыл йомғаҡтары буйынса  «Иң яҡшы эшҡыуар» номинацияһында еңеү яулай.

–Үҙ эшеңде асыу еңелдән түгел. Ләкин алдыңа маҡсат ҡуйып, шуны тормошҡа ашырырға, ынтылырға кәрәк. Ысын күңелдән теләгең булһа, килеп сыға. Әгәр баштан уҡ килеп сыҡмаһа ла, ҡыйын булһа ла түҙергә, башлаған эшеңде ташламаҫҡа,  алға ынтылырға кәрәк, – ти Нәзирә Мостафа ҡыҙы.

Һәр яҡтан булдыҡлы  эшҡыуар ханымға уңыштар теләйбеҙ, барлыҡ пландары тормошҡа ашһын!

  Наил Байғусҡаров, Хәйбулла район хакимиәте башлығының иҡтисад,  эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, район бизнес-шерифы: —Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Республика хөкүмәте тарафынан муниципалитеттарға  ярҙам, ә райондарҙа яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә эшмәкәрлек айырыуса һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Хәйбулла районында ла был эш әүҙем йүнәлештә бара. Башҡортостан Башлығы район-ҡалаларға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ярҙам саралары күрһәтеү,  муниципаль программалар булдырыу  бурысын ҡуйҙы. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, йылҡысылыҡты, туризмды үҫтереү һәм башҡа программалар ғәмәлдә. Район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күбеһе үҙ эшен асыуға инвестициялар йәлеп итеү маҡсаты менән килә. Һөҙөмтәлә районда яңы эш урындары булдырыла. Шәхси эшҡыуар булараҡ үҙ бизнесын булдырыусыларға консультациялар алыу ҙа ҙур ярҙам. Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам да (АСПК) бизнесты асыуға булышлыҡ күрһәтә. Шәхси эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү маҡсатында “Йыл эшҡыуары” конкурсы ойошторола һәм еңеүселәр билдәләнә. Был конкурстың “Ҡатын-ҡыҙ — йыл эшҡыуары”, “Йыл фермеры”, “Иң яҡшы йәш эшҡыуар”, “Иң яҡшы ғаилә бизнесы” номинациялары бар. Бынан тыш, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү,  етештереү тармағы буйынса  иң яҡшы эшҡыуарҙар бүләкләнә.  Район эшҡыуарҙарын бизнесты киңәйтеүҙә, шул иҫәптән күрше райондарға интеграциялауҙа һәм тауарҙарҙы маркет-плейс аша һатыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙа ҡыйыуыраҡ булырға саҡырабыҙ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас