«Башҡортостан вахтаһы» проекты сиктәрендә «ОДК-УМПО» (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) предприятиеһы өсөн асыҡ кадрҙар һайлап алыу ойошторолдо. Проект республиканың эре предприятиеларына Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан вахта ысулы менән эшләргә теләгән граждандарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Асыҡ кадрҙар һайлап алыуға 100-ҙән ашыу кеше килде.
«ОДК-УМПО» предприятиеһында башлыса эшсе һөнәрҙәр буйынса 3,5 мең самаһы вакансия асылған. Предприятиеға киң профилле станокта эшләүселәр, программа менән идара ителгән станоктар операторҙары, механик йыйыу эштәре слесарҙәре, токарҙәр, шлифовкалаусылар, фрезерлаусылар, быраулаусылар, станоктар көйләүселәр һәм башҡа белгестәр талап ителә.
Осрашыу барышында хәйбуллалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды һәм квалификациялы яуаптар алды. Ойошма республика сиктәрендә, тыуған ерендә, ғаиләһе, туғандары һәм яҡындары янында аҡса эшләргә теләүселәрҙе эшкә аласаҡ, тип билдәләне спикерҙар. Даими эш урынында ла, вахта ысулы менән дә эшләргә мөмкин.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында уҡығыҙ.