Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Июль , 15:07

Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә

Юлсылар Сиҙәм ауылы эргәһендәге 7,6 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала асфальт-бетон япмаһы түшәү буйынса эштәрҙе тамамланы

Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә

Аҡъяр–Сибай трассаһы – халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Дөйөм алғанда был йөҙ километрлыҡ юлдың 64 километрын норматив хәлгә килтерергә кәрәк. Алдан билдәләгәнсә, Хәйбулла районында өс участка тулыһынса ремонтланырға тейеш.

Быға тиклем Сибай-Аҡъяр юлының 100,9–102,7 км арауығындағы участкала асфальт түшәлгәйне. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһы – «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы Өфө юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы Сиҙәм ауылы эргәһендәге 7,6 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала асфальт-бетон япмаһы түшәү буйынса эштәрҙе тамамланы. Бының тураһында идаралыҡтың участка начальнигы Зинфир Кәримов һөйләне.

–Хәйбулла районында 7,6 саҡрым оҙонлоҡтағы йәғни Сибай-Аҡъяр трассаһының 49,4–57 км арауығында юл япмаһын һалыуҙы тамамланыҡ, былтыр асфальттың аҫҡы ҡатламын, быйыл өҫкө ҡатламын түшәнек. Ошо арала был участкала юл ситенә ҡырсынташ һалыу эштәре башҡарыласаҡ. Хәҙер Баймаҡ районы биләмәһендә Урғаҙа ауылынан Хәйбулла районы сигенә тиклем 6,6 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала эшләйбеҙ. Бында 20-гә яҡын төрлө техника берәмеге йәлеп ителгән, бөтәһе 40-ҡа яҡын кешенән торған ике бригада эшләй. Һуңынан Сибай ҡалаһы янында трассаның 12–22 км арауығындағы участкала асфальт түшәү бурысы тора, – тине Зинфир Рәшит улы.

Быйыл юлсылар Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында дөйөм оҙонлоғо 27 саҡрымдан ашыу участкаларҙа эштәрҙе тамамлаясаҡ, шулай уҡ 15,9 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы участкаларҙы ремонтлаясаҡ. Ә киләһе йылда Аҡъяр-Сибай юлының дөйөм алғанда 19,6 км участкаһын ремонтлау планлаштырыла.

Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында эштәр дауам итә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: